Юшатыр
-5 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Йәмғиәт
9 Января 2018, 17:14
ШУНДАЙ ЕГЕТТӘР БАР…
Арабыҙҙа талантлы йәштәребеҙ күп. Уларҙың йәшәү маҡсаты, ҡаҙаныштары бар республика йәштәренә өлгө булырлыҡ. Шундай егеттәребеҙҙең береһе – 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Айнур Ҡәҙимов.
Арабыҙҙа талантлы йәштәребеҙ күп. Уларҙың йәшәү маҡсаты, ҡаҙаныштары бар республика йәштәренә өлгө булырлыҡ. Шундай егеттәребеҙҙең береһе – 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Айнур Ҡәҙимов.
Ул гимназиябыҙҙың Кесе Ҡоролтайын да етәкләй. Был ойошмала Спорт, Мәҙәниәт, Мәғлүмәт, Йәштәр сәйәсәте, Волонтерҙар хәрәкәте министрлыҡтары бар. Уларҙың был эштәре менән директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Земфира Усманова етәкселек итә. Шулай уҡ Айнур “Йыл уҡыусыһы-2017” Бөтә Рәсәй конкурсының “Йәмәғәт эшмәкәрлеге” номинацияһы еңеүсеһе булыуы ла гимназиябыҙ өсөн ғорурлыҡ.
Башланғыс белемде ҡалабыҙҙың М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбендә алған Айнур: “Бәләкәй сағымда 4 ҡатлы 3-сө БРГИ-ны ниндәйҙер министрлыҡ, тип уйлай инем. Гел ошонда уҡырға ынтылдым. Үҙемдең теләгем буйынса 5-се класҡа был уҡыу йортона килдем”, - ти. Тырыш егет “5”-ле билдәләренә генә уҡыһа ла, уның өсөн отличник булыу мөһим түгел. Яҡшы уҡыу менән бергә үҙеңдең нимәгә һәләтле икәнеңде мәктәп йылдарында уҡ һынап ҡарарға өндәй ул тиҫтерҙәрен. Уныңса мәктәп - ул уҡытыусылар етәкселегендәге балалар дәүләте.
- Йәмғиәт белеме, тарих, башҡорт теле дәрестәрен яратам. Был предметтарҙы һәр уҡыусы ла белергә тейеш. Кешелек тарихы үҫешен, йәмғиәттә барған үҙгәрештәрҙе аңламаһаң, үҫеш юлдарын күҙалламаһаң, заман менән бергә атлай ҙа алмаясаҡһың, - ти тырыш егет. Бөгөн йәштәр ҙә, ололар ҙа интернет артында ваҡыттарын үткәргән заманда Айнур көнөнә 3-4 сәғәт ваҡытын ғына интернетҡа бүлә, сөнки имтихандарға әҙерләнә, сәйәси программалар ҡарай, ғәрәп телен дә өйрәнә ул. Туған телгә һөйөү ғаиләнән башланыуын да яҡшы аңлай. Башҡорт телендә төрлө форматта саралар үткәреү, телдең ҡулланыу даирәһен дә киңәйтеү - уның хыялы. Айнур философия, риторика буйынса ла китаптар уҡый башлаған. Кант, Ялома философиялары оҡшай уға. Гоголь әҫәрҙәре лә күңеленә яҡын. М. Ғафури, М. Кәрим, Н. Мусин әҙәрҙәрен яратып уҡыған егет, Башҡортостанда йәшәп, башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдар, китаптарҙы уҡымау - ҙур гонаһ, ти.
Айнурҙың теләге - гимназияны тамамлағандан һуң, Өфөлә юғары белем алыу, артабан тыуған ҡалаһына ҡайтып, хакимиәттә бөтә күңелең һалып эшләү. Сөнки уның өсөн донъяла иң матур ҡала – Күмертау.
Гөлдәриә ҒАЙСИНА,
3-сө БРГИ-ның 10-сы класс уҡыусыһы
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?