Все новости
Йәмғиәт
9 Января 2018, 17:20

ТОРМОШҠА ҒАШИҠ

Кисә ҡалабыҙҙың Почетлы гражданины Нәүғәт Тереғоловҡа 88 йәш тулды.

Кисә ҡалабыҙҙың Почетлы гражданины Нәүғәт Тереғоловҡа 88 йәш тулды. Уны тыуған көнө менән ҡотларға ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев барҙы.

Нәүғәт Ғиниәтулла улы БР Инженерҙар академияһының Күмертау бүлеге етәксеһе була. Уның етәкселегендә КүмАППта бик күп эштәр башҡарыла. Ул 1962 йылда ғаиләһе менән Амурҙағы Комсомольск ҡалаһынан Күмертауға күсеп килә. Тормош иптәше Ольга Дмитриевна менән 64 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. 1997 йылда хаҡлы ялға сыҡҡандан бирле Нәүғәт Тереғолов КүмАППҡа үҙенең оло тәжрибәһе һәм файҙалы кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙам итә. Борис Владимирович юбилярға ныҡлы һаулыҡ һәм һәр ваҡыт та бөгөнгөләй тормош яратыусан, әүҙем булып ҡалыуын теләне.
Читайте нас: