Юшатыр
0 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Йәмғиәт
9 Января 2018, 16:23
ҘУР ОҪТАЛЫҠ МЕНӘН УЙНАНЫЛАР
Һәр йылдағыса Ҡотлоюл мәктәбендә Яңы йыл иртәлеге гөрләп үтте.
Һәр йылдағыса Ҡотлоюл мәктәбендә Яңы йыл иртәлеге гөрләп үтте.
Уҡыусылар ҙур ихласлыҡ менән «Серле йоҙаҡ» исемле тамаша ҡуйҙылар. Тамашанан һуң концерт номерҙары ҡуйылды, бигерәк тә тамашасыларға Яңы йыл флешмобы оҡшаны. Иртәлекте оҫта итеп 3-сө класс уҡыусылары – Азалия Аҡһарова менән Рәлиә Яманһарова алып барҙы. Ҡарһылыу ролен үҙебеҙҙең сығарылыш уҡыусыбыҙ – Регина Әхмәтйәнова башҡарҙы, эт ролен Данис Боҫҡанов – 3-сө класс уҡыусыһы, Яңы йыл ролен 1-се класс уҡыусыһы Ғайсар Боҫҡанов, ә Ҡыш бабай ролен әүҙем әсәйҙәребеҙҙең береһе Зильда Ибраһимова (әйтергә кәрәк, беренсе тапҡыр ғына түгел) ҙур оҫталыҡ менән уйнанылар.
Байрамды ойошторорға ярҙам иткән ата-әсәләр кометиты ағзаларына һәм балаларына матур костюмдар әҙерләгән ата-әсәләргә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Гөлнур ХӨСНУЛЛИНА
Ҡотлоюл ауылы
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла