Все новости
Йәмғиәт
12 Января 2018, 16:17

«ХЫЯЛЫМ ТОРМОШҠА АШТЫ»

«Юшатыр» гәзите районыбыҙҙан ситтә йәшәгән, оло уңыштар ҡаҙанған, билдәле яҡташтарыбыҙ хаҡында яҙып тора. Бөгөн Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә «Юлдаш», «Ашҡаҙар» радиоларында ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар алып барған журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләүсе яҡташ коллегабыҙ Фәһимә Миҙхәт ҡыҙы Мәжитова менән әңгәмәләштек.

«Юшатыр» гәзите районыбыҙҙан ситтә йәшәгән, оло уңыштар ҡаҙанған, билдәле яҡташтарыбыҙ хаҡында яҙып тора. Бөгөн Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә «Юлдаш», «Ашҡаҙар» радиоларында ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар алып барған журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләүсе яҡташ коллегабыҙ Фәһимә Миҙхәт ҡыҙы Мәжитова менән әңгәмәләштек.

- Фәһимә Миҙхәт ҡыҙы, гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙҙең тормош юлы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтһәгеҙ ине.

- Ялсыҡай ауылында 7 балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым Миҙхәт Исхаҡ улы механизатор булып эшләне. Тик, ҡыҙғанысҡа, уның ғүмере ҡыҫҡа булды. 36 йәштә генә беҙҙе ҡалдырып мәңгелек донъяға китеп барҙы. Әсәйем Мәрзиә Фәсхетдин ҡыҙы 32 йәшендә генә иң олоһона 14 йәш, иң кесеһенә 1 ай булған 7 бала менән тол ҡалып, беҙҙе яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерҙе. Мин 10 йыл Өфөләге ул ваҡыттағы 1-се һанлы интернат-мәктәбендә, хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында уҡыным. Шунан бер йыл Мәләүез шәкәр заводында эшләп алғас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында юғары белем алдым. 1981-1983 йылдарҙа Свобода, Түкән ауылдарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыттым. Артабанғы яҙмышым «Башҡортостан пионеры» гәзитендә, «Русский язык в башкирской школе» журналында эшләү йылдары менән бәйле. 1990 йылдан алып Башҡортостан дәүләт телевидениеһындамын. Ошо көнгәсә «Ашҡаҙар» һәм «Юлдаш» радиоһында хеҙмәт итәм.

- Радиола эшләү бәхете осраҡлы рәүештә килеп сыҡтымы, әллә бала саҡ хыялы инеме?

- Бала саҡтан журналист булырға хыялландым. Журналистикаға килеүем оҙағыраҡ булды, әммә, Аллаға шөкөр, был хыялым барыбер ҙә тормошҡа ашты. Журналистиканың төрлө өлкәләрендә лә эшләп ҡарау бәхете тәтене миңә. Радиолағы әлеге ижади хеҙмәтем күңелемә бик яҡын, эшемде шул тиклем ныҡ яратам. Радиола үҙем алып барған «Беҙҙең донъя», «Үткәндәр һағында», «Ижади портреттар», «Атайсал», «Дәүер», «Телһөйәр» һәм башҡа ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙарға бөтә күңелемде һалам. Эшем буйынса йыш командировкаларға сығам. Республика буйынса бик күп йөрөргә тура килә.

- Республика буйлап йөрөгән саҡта ниндәй проблемалар һеҙҙе борсоуға һала?

- Иң борсоған проблемалар — ауылдарҙа тормоштоң һүнеп барыуы, ҡайһы бер ауылдарҙың перспективаһыҙ булыуы, уларға һаман да газдың килеп етмәүе. Шулай уҡ ауылдарҙа мәктәптәрҙең ябылыуы ла күңелдә бик ауыр тойғо уята. Бындай проблема беҙҙең Ялсыҡай ауылында ла булды. Район хакимиәтенә лә барып мәктәпте һаҡлап алып ҡалыу өсөн тырышып йөрөп ҡараныҡ, әммә бер нисек тә мәктәбебеҙҙе һаҡлап ҡалып булманы. Таймаҫта гимназия булдырабыҙ тип, Ялсыҡай мәктәбен ябып ҡуйҙылар. Ауылдарҙа мәктәп ябылғас, балалар ҡалаға китә һәм ҡала балалары булып китә. Аҙаҡ инде улар ауылды бөтөнләй онотоп, кире ауылға ҡайтырға теләмәйҙәр. Ауылдарҙағы эшһеҙлек, халыҡтың Себергә китеп эшләүе лә борсоуға һала. Ҡыуандырған, күңелде күтәргән нәмәләр ҙә бар, әлбиттә. Ауылдарыбыҙҙа әле лә гөрләтеп донъя көткән, егәрле, эшһөйәр, айыҡ тормош алып барған кешеләребеҙ байтаҡ. Шулар ауылдарыбыҙҙы тотоп тора. Шундай кешеләр күберәк булһын ине.

- Тыуған яҡтарығыҙға йыш ҡайтаһығыҙмы?

- Тыуған яҡтарымды, Ялсыҡайымды онотҡаным юҡ. Бик үк йыш килеп сыҡмаһа ла, форсат сыҡҡан һайын ҡайтырға тырышам. Тыуған яҡ һәр саҡ үҙенә тартып тора. Бында минең бик күп туғандарым йәшәй. Һылыуым Гөлнара Миҙхәт ҡыҙы Аҡсурина Яңы Таймаҫ ауылындағы балалар баҡсаһын етәкләй, Ялсыҡайҙа йәшәгән апайым, моңло тауышлы Мусилә Вәлитованы ла яҡшы беләһегеҙҙер.

- Яҡын киләсәккә пландарығыҙ, хыялдарығыҙ?

- Был йәштә әллә ниндәй хыялдар юҡ, әлбиттә. Буш ваҡытымда сәйәхәт итергә, актив ял яратам. Өфө нефть техник университетында уҡып йөрөгән Сыңғыҙ улым менән бөтә Башҡортостан буйлап тиерлек йөрөп сыҡтыҡ. Ағиҙел йылғаһы буйлап кәмәләрҙә лә ағып төштөк. Коллегаларым менән Ирәмәл тауына ла күтәрелдек. Пландар бар, әлбиттә, тик улар тураһында һөйләргә яратмайым. Ғәҙәттә, хыялдарҙы әйтһәң, нишләптер тормошҡа ашмай ҙа ҡуя. Коллегаларым юбилейым менән ҡотлаған саҡта: «Эшләгеҙ әле», - тинеләр. Шулай булғас, яратҡан коллективымда артабан да хеҙмәт итергә, төрлө радио тапшырыуҙары эшләргә уйлайым.

- Фәһимә Миҙхәт ҡыҙы, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Күркәм юбилейығыҙ менән яҡташтарығыҙҙың да иң изге теләктәрен ҡабул итеп алығыҙ. Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, ижади асыштар теләйбеҙ!

- «Юшатыр» гәзите коллективына шулай итеп яҡташтарын онотмағандары өсөн оло рәхмәт әйткем килә. Һеҙҙе Яңы йыл байрамдары, Рәсәй матбуғаты көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйем!
Читайте нас: