Все новости
Йәмғиәт
12 Января 2018, 13:18

ОРДЕНЛЫ ӨЛӘСӘЙЕМ

Өләсәйем Ғәтиә Мөхәммәт ҡыҙы Йыһаншина (Вахитова) хаҡындағы һүҙемде түбәндәге шиғыр юлдарынан башлағым килә:

Өләсәйем Ғәтиә Мөхәммәт ҡыҙы Йыһаншина (Вахитова) хаҡындағы һүҙемде түбәндәге шиғыр юлдарынан башлағым килә:

Һаҡланғанды хоҙай һаҡлар, тип

Ҡат-ҡат әйтә өләсәй.

Файҙалы кәңәштәр биреп,

Мәтрүшкәләп яһай сәй.

Был шиғырҙы уға арнап колледжда уҡып йөрөгән саҡтарымда яҙған инем. Аллаға шөкөр, беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған, әлеге көндәрҙә лә аҡыллы кәңәштәренән айырмаған өләсәйебеҙ, үҙенең оло юбилейын – 80 йәшен билдәләй.

Ғәтиә Мөхәммәт ҡыҙы 1938 йылдың 12 ғинуарында Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында, күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Һуғыш йылдарында, һуғыштан һуң да көнө-төнө эштән бушамаған ата-әсәһен көтөп, илап, һуғыш михнәттәренән тос өлөш татып үҫкән бала ул. 1955 йылда ауылдың «Яңы тормош» колхозында, фермала, һауынсы булып эш башлай. Йәш ҡыҙ тырышып эшкә тотона һәм эшендәге уңыштары өсөн өләсәйебеҙҙе 1960 йылда Мәскәүҙә үткән йыйылышта Ленин ордены менән бүләкләйҙәр, икенсе йылына йәнә Мәскәүгә съезға саҡыралар.

1959 йылда Ғиндулла Зөбәйҙулла улы Йыһаншин менән матур ғаилә ҡороп, гөрләтеп йәшәй башлайҙар. Улар ике ҡыҙ һәм ике ул үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был донъя гел беҙ теләгәнсә генә бармай шул. 11-се класта уҡып йөрөгән игеҙәк ҡыҙҙарының береһе Гүзәл вафат булып ҡуя. Ә инде матур тормоштоң йәмен татып, олатай-өләсәй булып, пенсияға сығып, үҙҙәре өсөн йәшәй башлар ваҡыт еткәс, 1993 йылда олатайыбыҙ баҡыйлыҡҡа күсә. Өләсәйебеҙ ныҡ була: ошондай ҙур ҡайғылар кисереп тә тормоштың әсе һынауҙарына бирешмәй, һаман балаларым, тип йәшәй, улар өсөн өҙөлөп тора.

Әлеге көндә лә өләсәйебеҙ беҙҙең өсөн терәк-таяныс, яҡшы кәңәшсе булып, таныштары араһында хөрмәт-ихтирам ҡаҙанып тормош итә. Улдары Зөфәр һәм Әхмәт, килендәре Рәхимә һәм Филүзә менән Ялсыҡай ауылында матур итеп донъя ҡороп йәшәп ята, ә ҡыҙҙары Зифа кейәүе Сахауил менән Күмертауҙа йәшәй, хәҙер балалары ла олатай-өләсәй бәхетен күрҙе инде. Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ 5 ейәнгә, 2 ейәнсәргә, 13 бүлә-бүләсәргә һаман да ҙур ярҙамсы, хәстәрлекле өләсәй булып тора. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өләсәйебеҙ һәр беребеҙҙең тыуған көндәрен иҫендә тотоп, беребеҙҙе лә ҡалдырмай байрамдарыбыҙ менән ҡотлап, гел ярҙам ҡулы һуҙып тора. Ошо мәшәҡәтле тормошта беҙ: уның балалары, ейәндәре берҙәм булып, аралашып йәшәйбеҙ. Был барыһы ла өләсәйемдең беҙгә биргән тәрбиәһенең сағылышы, тип уйлайым. Ул беҙҙең барыбыҙҙы ла тиң күреп, тәрбиәләп үҫтерҙе һәм берҙәм йәшәргә өйрәтте. Ҙур рәхмәт һиңә, өләсәй, беҙҙең барыбыҙға ла бәхетле тормош бүләк иткәнең өсөн. Өләсәйебеҙ Ғәтиә Мөхәммәт ҡыҙы Йыһаншинаға, оло юбилейы айҡанлы, ныҡлы һаулыҡ һәм, әлбиттә, беҙҙе ҡыуандырып, аҡыллы кәңәштәренән айырмай оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА
Ялсыҡай ауылы
Фото ғаилә архивынан

Читайте нас: