Все новости
Йәмғиәт
12 Января 2018, 14:04

ОРСОҠТАРЫНА КҮҘ ЭЙӘРМӘЙ

Ауылдарҙа мал һуйыу, ҡаҙ өмәләренән башҡа элек-электән килгән мамыҡ иләү йолалары ла бөтмәгән икән. Үткән аҙнала Таймаҫ ауылында йәшәүсе Фәнүзә апай Үлмәҫбаеваның йортонда гөрләп торған мамыҡ иләү өмәһе үтте.

Ауылдарҙа мал һуйыу, ҡаҙ өмәләренән башҡа элек-электән килгән мамыҡ иләү йолалары ла бөтмәгән икән. Үткән аҙнала Таймаҫ ауылында йәшәүсе Фәнүзә апай Үлмәҫбаеваның йортонда гөрләп торған мамыҡ иләү өмәһе үтте.

Өмәлә күрше Зәк-Ишмәт ауылының уңған апайҙары, инәйҙәре менән бер рәттән Таймаҫ ауылы ҡыҙҙары ла ҡатнашты. Өмәселәрҙең иң өлкәндәре лә 80 йәштән үткәндәр.

Мамыҡ илүәселәр Рәйлә Рәшитова, Рабиға Бәширова, Сәүиә Үлмәҫбаева, Нәжиә Бәширова апайҙар, йәш мамыҡ иләүсе Әминә Үлмәҫбаева, Зөлфиә Бәширова, Ғәҙилә Усманова, Ғәширә Рәшитова, Гүзәл Усманова апайҙарҙың ҡулдарында уйнаған мамыҡ орсоҡтарына күҙ эйәрмәй. Ә инде өмәселәрҙе тағы ла дәртләндереп тороусы 4 йәшлек Артур Үлмәҫбаев менән Регина Бәшированың матур йырҙары, шиғырҙары күңелдәрҙе күтәрҙе.

«Бик матур итеп ҡаҙ өмәләре үткәрҙек. Әлеге ваҡытта мамыҡ өмәһенә йыйылдыҡ. Эштәребеҙ бының менән генә бөтмәй әле, хәҙер ҡаҙ ҡанаты һыҙырырға йыйылабыҙ, ә унан һуң күпереп торған мендәрҙәр яһайбыҙ. Тырышлығың булһа — донъяң да етеш була», - тип һөйләй йорт хужабикәһе Фәнүзә апай Үлмәҫбаева. Бындай уңған апайҙар, инәйҙәр булғанда, элек-электән килгән йолаларыбыҙ юҡҡа сыҡмаҫ тигән өмөттәр менән ҡалабыҙ.

Ә инде өмәнең аҙағында хужабикәнең тәмле-тәмле ризыҡтар менән тулған мул өҫтәлендә сәйҙәр эсеп, тағы ла иҫәнлектә-һаулыҡта осрашырға яҙһын, тигән изге теләктәр менән өмәселәр йорттарына ташалышты.
Читайте нас: