Все новости
Йәмғиәт
19 Января 2018, 17:36

КӨСЛӨ РУХЫ БЕҘҘЕҢ МЕНӘН

Шишәмбе көнө, баш ҡалабыҙҙың С. Перовская урамы, 19/2 йортонда күренекле актер, драматург, педагог, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, яҡташыбыҙ Илшат Хәлил улы Йомағоловҡа иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

Шишәмбе көнө, баш ҡалабыҙҙың С. Перовская урамы, 19/2 йортонда күренекле актер, драматург, педагог, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, яҡташыбыҙ Илшат Хәлил улы Йомағоловҡа иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

Илшат Хәлил улы Йомағоловтың туғандары, яҡындары, уның талантын һөйөүселәр, коллегалары ҡатнашҡан сарала Көйөргәҙе районынан да вәкилдәр булып районыбыҙ мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова һәм “Юшатыр” гәзите хеҙмәткәрҙәре барҙы.

Илшат Йомағолов тураһында хәтирәләре, матур һүҙҙәре менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, Өфө ҡалаһы Хакимиәте Башлығы урынбаҫары, яҡташыбыҙ Сынтимер Баязитов, Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Хөрмәтулла Үтәшев, актерҙың ҡатыны, уҡыусыһы, «Нәркәс» пьесаһы буйынса ҡуйылған спекталдә Нәркәс ролен тәүге тапҡыр башҡарыусы Рәмзиә Хисамова бүлеште. Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов алып барған иҫтәлекле таҡтаташ асыу митингыһында арҙаҡлы яҡташыбыҙ тураһында Әлфиә Вахитова ла сығыш яһаны.

- Көйөргәҙе районы халҡы һәм районыбыҙ хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов исеменән күп сәләмдәр еткерәбеҙ. Көйөргәҙе ере күренекле шәхестәргә бай булыуы, улар араһында Илшат Йомағоловтың да беҙҙең яҡташыбыҙ булыуына ҡыуанабыҙ. Уның театрға бик ҙур өлөш индереүенә, үҙенең бөтә ғүмерен театрға арнауына ғорурлыҡ хисе кисерәбеҙ. Районыбыҙҙа күренекле шәхестәребеҙгә оло ихтирам менән ҡарайбыҙ. Улар менән осрашыуҙар йыш үткәрәбеҙ, мәрхүмдәрҙең яҡты иҫтәлегенә арнап күп эштәр башҡарабыҙ. Бөгөнгө изге сараны ойоштороусыларға, яҡташыбыҙ иҫтәлегенә арналған таҡтаташты асыуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла районыбыҙ исеменән рәхмәт әйтәбеҙ, - тине Әлфиә Наил ҡыҙы.

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында яҡташыбыҙ Илшат Йомағоловтың тыуыуына - 85 йыл тулыуға арналған ижади хәтер кисәһе үтәсәк.


Автор фотолары



Рәмзиә ХИСАМОВА, ҡатыны:

- Мин уның ҡатыны һәм ике балаһының әсәһе булараҡ түгел, ә уҡыусыһы булараҡ һөйләйем. Беҙ уға 15 йәштә генә уҡырға килдек, 30 йәшлек талапсан булған педагог, мөһабәт кәүҙәле, үҙ театрын, халҡын яратҡан актер, драматург ине. Уҡытҡан уҡыусыларының барыһы ла уға ғашиҡ булдыҡ. Ул беҙгә һәр саҡ идеал булып торҙо. Уҡыусыларында сәнғәткә ҡарата һөйөү уята, мөхәббәт бирә алды. Хәҙер инде ун йыл беҙҙең арала булмаһа ла, уның көслө рухы һәр саҡ беҙҙең менән. Илшат Хәлил улын иҫкә төшөрһәң, уның яҡшы энергияһы беҙгә күсә төҫлө, шул саҡта хатта һинең аҙымдарың да йышая башлай. Таҡтаташ асыуҙа Хөкүмәт тарафынан да, республикабыҙ Башлығы хакимиәтенән дә, театрҙың художество етәксеһе Олег Хановтан, директорыбыҙ Иршат Фәйзуллиндан, коллегаларыбыҙҙан ярҙам бик ҙур булды. Уларҙың был изге эшенә һоҡланам. Уларҙың да йөрәктәре Илшат Йомағоловҡа ауаздаш булып тибеүенә шатланам. Үҙҙәренең күренекле шәхестәрен онотмағандары өсөн яҡташтарына рәхмәт, изге сараға килгәнегеҙ, яҡты иҫтәлеге өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!

Илшат Йомағолов 1932 йылдың 26-сы ғинуарында Көйөргәҙе районының Тимербай ауылында донъяға килә. Башҡорт дәүләт художество-театр училищеһын тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан Мәскәүҙәге дәүләт театр сәнғәте институтына уҡырға инә. Артабан туған театрына ҡайтып, яңы һулыш, көс-дәрт менән йәнә сәхнә тормошона сума.


Ришат ЙОМАҒОЛОВ, Илшат Йомағоловтың ике туған ҡустыһы (Кинйәабыҙ ауылы):

- Илшат ағай бик ябай, ярҙамсыл, туған йәнле кеше булды. Ул ауылына һирәк ҡайтһа ла, беҙ уның менән йыш осраштыҡ. Ауылға ул бер ваҡытта ла машина менән ҡайтманы. Мин уны кәрәк-ярағына йөрөтә торғайным. Өфөгә барһам, һәр саҡ уларға кереп сәй эсеп сығыр инем. 60 йәшен үткәргәндә лә булдым, ғөмүмән, барлыҡ сараларына ла мине һис шикһеҙ саҡыра торғайны. Эй, ҡорот ашарға яратты ағай, файҙаһы күп уның, ти торғайны. Һарыҡ итен ашамағыҙ, һыйыр йә ҡош-ҡорт итен генә ашар кәрәк, тип һөйләнгәндәре лә ҡолаҡта сыңлай һаман. Үткәндәрҙе иҫкә алып оҙаҡ һөйләшеп ултырырға яратты. Минең әсәйемә ныҡ ярҙам итте, ялға ҡайтҡанында бесән сабышты, бәрәңге уташты. Әсәйем быҙау ҡараусы булып эшләне. Мәскәүгә күргәҙмәгә саҡырҙылар, ул саҡта Илшат ағайҙың Мәскәүҙә уҡыған сағы ине. Әсәйемде илебеҙҙең баш ҡалаһында ла ҡаршы алып, оҙатып ҡуйҙы. Ауылдан ялан аяҡ тигәндәй сығып киткән тырыш яҡташыбыҙ үҙ көсө менән аяҡҡа баҫты.

Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк ижади хәтер кисәһенә лә саҡырғайнылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бара алмайым.
Читайте нас: