Кеше ғүмеренең иң күңелле осоро студент йылдарылыр, моғайын. Байрам һәр йылды ҡышҡы сессия тамамланғандан һуң, “Татьянин көнө” исеме аҫтында билдәләп үтелә. Шаулы студент йылдары, байрамдар ҙа үтә лә китә, ә бына уҡыуҙан һуң эш табыуы иң мөһимелер хәҙерге заманда. Һуңғы ваҡытта уҡыусыларҙың күпселеге юрист, программист кеүек һөнәр буйынса уҡырға инә. Ә бына аграр дәүләт университетына инеүселәр һаны - иң аҙы. Беҙ районыбыҙҙағы аграр дәүләт университетында уҡыған студенттарыбыҙҙан тап ошо хаҡта һораштыҡ. Ниңә улар был уҡыу йортона ингәндәр, киләсәктә тормоштарын ауыл менән бәйләргә уйлайҙармы, киләсәктә ауыл хужалығын нисек күҙаллайҙар? Ғөмүмән, уларҙың пландарын белештек.
Илшат БАЙМЫРҘИН, Яңы Мораптал ауылы:
-Кәйефтәр шәп, сессия тамам. Әле ялға ҡайттым. Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетының 3-сө курсында уҡып йөрөйөм. Был тармаҡ миңә бик яҡын, сөнки мин ауыл балаһы, ауылда үҫтем. Олатайым да ошо институтты бөткән. Әлегә ныҡлы ҡарарға килмәнем, шулай ҙа үҙемдең эшемде киләсәктә ауыл хужалығы менән бәйләрмен, тип уйлайым. Районға минең йүнәлеш буйынса эшсе кадрҙар кәрәк булһа, ҡаршы килмәҫ инем. Башҡортостандың ауыл хужалығы - Республика иҡтисадының мөһим тармағы. Башҡортостандың ауыл хужалығы Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә. Шулай ҙа киләсәктә заманса алдынғы технологиялар ҡулланылып, юғары квалификациялы белгестәр һәм эшсе кадрҙар күберәк әҙерләнһә, ауыл хужалығы тағын да күтәрелер ине.
Юлиә ҠУНАҠҠОЛОВА, Ялсыҡай ауылы:
-Уҡыуҙа хәлдәр һәйбәт, кәйефтәр ҙә, Аллаға шөкөр, яҡшы. Ҡышҡы сессияны тик яҡшы билдәләргә генә яптым. Әле каникулда киләһе семестрға көс йыям. Ниңә аграр университет тиһегеҙме? Был бик ябай, мин әле зоотехния йүнәлеше буйынса уҡыйым. Ауыл ерендә үҫкәнгә, малсылыҡҡа һөйөү миндә бәләкәйҙән үк тәрбиәләнгән. Шуға тап ошо йүнәлеште һәм университетты һайланым. Быйыл беҙҙең практика була, иң яҡшы, әүҙем студенттарға уны сит илдә үтеү мөмкинлеге бар. Мин, шуны файҙаланып, практиканы Данияла үтергә йыйынам. Аҙаҡтан сит илдән тәжрибә туплап, уны үҙебеҙҙең яҡтарҙа ҡулланасаҡмын. Ауыл хужалығы - бик мөһим өлкә, уның үҫешенә мин ыңғай ҡараштамын. Алла бирһә, яҡын киләсәктә, райондың ауыл хужалығын яңы үрҙәргә күтәреремә ышанам.
Айнур ТУНАСОВ, Таймаҫ ауылы:
-Мин Башҡорт дәүләт аграр университетының биотехнология һәм ветеринария факультетында белем алыуым менән ғорурланам. Аграр университетын мин юҡҡа һайламаным, был уҡыу йорто тураһында алдан күп ишеткәнем булды. Бында өләсәйем, инәйем һәм бабайым да уҡыған. Мин, тап уларҙан өлгө алып, аграр дәүләт университетына уҡырға индем. Хәҙер был уҡыу йортонда уҡып юғары сифатлы белем биреүҙәренә инандым, студенттарҙың йәмәғәт тормошо ла әүҙем бара. Бер ҙә буш ваҡыт юҡ, уҡыу буйынса ҡайнап йәшәйбеҙ. Ғөмүмән, ауыл тормошо миңә ныҡ яҡын, шуға юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң әрмегә барып хеҙмәт итеп ҡайтҡас, һис шикһеҙ районыбыҙға ҡайтасаҡмын, сөнки бында - минең тамырҙарым, бында минең - атай-әсәйем һәм киләсәгем.