Все новости
Йәмғиәт
23 Января 2018, 17:56

ӨЙҘӘРЕНӘ БАРЫП ҠОТЛАНЫЛАР

Ғүмер буйы Түбәнге Бабалар ауылында йәшәүсе Мәхмүт Ғәббәс улы Ғәлимовтың 90 йәше тулды. Уны юбилейы менән Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов һәм эштәр идарасыһы Гөлшат Бикмаева килеп ҡотланы.

Ғүмер буйы Түбәнге Бабалар ауылында йәшәүсе Мәхмүт Ғәббәс улы Ғәлимовтың 90 йәше тулды. Уны юбилейы менән Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов һәм эштәр идарасыһы Гөлшат Бикмаева килеп ҡотланы. Юбилярға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп изге теләктәрен әйтеп Юнир Ирек улы Рәхмәт хаты һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов һәм Рәсәй президенты Владимир Путин исеменән ҡотлау сәләмдәре еткереп, уларҙың да бүләктәрен алып килгән. Мәхмүт Ғәббәс улы әлеге көндә Ҡалта ауылында кесе ҡыҙы Сафия менән кейәүе Фәнилдәрҙә йәшәй. Ғүмер буйы “Искра” ауыл хужалығында эшләүсе юбилярҙың намыҫлы эше өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары бихисап.

-Атайыбыҙҙы байрамы менән ҡотларға килеүсе Юнир Ирек улына һәм Гөлшат Ахунйән ҡыҙына ҙур рәхмәт. Оло йәштәгеләрҙе хөрмәтләп, уларҙы ҙурлағандары өсөн Хоҙай үҙҙәрен ҙурлаһын, - ти Мәхмүт бабайҙың балалары.

Шулай уҡ ошо көндәрҙә Абдулда йәшәүсе Гөлшат Тәржемәнова ла үҙенең 90 йәшен билдәләне. Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов һәм уның эштәр идарасыһы Гөлшат Бикмаева юбилярҙы өйөнә барып ҡотланы. Юнир Ирек улы, Гөлшат инәйгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге һәм йылы һүҙҙәрен әйтеп, Рәсәй президенты Владимир Путиндың, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың һәм ауыл советы хакимиәтенең иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.
Читайте нас: