Все новости
Йәмғиәт
26 Января 2018, 16:53

ТАҒЫ ЛА БЕҘҘЕКЕЛӘР

Көйөргәҙе районы егеттәре һәм ҡыҙҙарының шәплеге, районыбыҙҙың данын төрлө тарафтарға таратыуҙары хаҡында “Юшатыр” гәзите йыш яҙа. Бына тағы уңған егеттәребеҙҙең береһе тураһында сираттағы ҡыуаныслы хәбәр.

Көйөргәҙе районы егеттәре һәм ҡыҙҙарының шәплеге, районыбыҙҙың данын төрлө тарафтарға таратыуҙары хаҡында “Юшатыр” гәзите йыш яҙа. Бына тағы уңған егеттәребеҙҙең береһе тураһында сираттағы ҡыуаныслы хәбәр.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе итеп яҡташыбыҙ Радик Юлбаевты тәғәйенләне. Радик Зиннәт улы 1981 йылда Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылында тыуған. БДПУ-ны тамамлаған, шунда уҡ башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһында уҡытҡан. Артабан ул баш ҡалабыҙҙың Киров районының 9-сы һанлы мәктәбендә директор, республиканың балалар һәм үҫмерҙәр приюты етәксеһе, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет башлығы булып та өлгөргән. Радик Юлбаев ике бала атаһы.

Яҡташыбыҙҙы яңы вазифаһы менән ҡотларға һәм эш пландарын белешер өсөн үҙе менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.

- Радик Зиннәтович, һеҙҙе республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Яңы вазифа биләүегеҙгә шатһығыҙмы, кәйефтәр нисек?

- Әлбиттә, бик шатмын. Мин гел йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға тырыштым, яңы вазифа был тәңгәлдә киңерәк мөмкинлектәр асыр, тип уйлайым. Алла бирһә, йәмғиәт һәм власть араһында ныҡлы бәйләнеш булдырыу өҫтөндә эшләйәсәкмен.

- Яңы эштә мәшәҡәттәр һәм яуаплылыҡ та артҡандыр?

- Бындай вазифала ҙур яуаплылыҡ ята. Тәү сиратта миңә граждандар мөрәжәғәттәре менән эш итергә тура киләсәк, ә, республика халҡының әүҙем булыуын иҫәпкә алғанда, улар бик күп буласаҡ, тип күҙаллайым.

- Районыбыҙ тураһында ни әйтерһегеҙ, тыуған ауылығыҙға йыш ҡайтып йөрөйһөгөҙмө?

- Беренсенән, тыуған районыбыҙҙың үҙенең билдәле шәхестәре менән данлыҡлы булыуына ғорурланам. Икенсенән, Көйөргәҙелә эшһөйәр, тырыш кешеләр йәшәүенә шатланам. Тыуған еремдең артабан да һис шикһеҙ сәскә атыуын теләйем. Эш графигы тығыҙ булыу сәбәпле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яҡтарға теләгән һайын ҡайтып булмай, әммә, форсат тыуыу менән, туғандарымдың, дуҫтарымдың хәлдәрен белеп торам.

- Радик Зиннәтович, яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да яңы үрҙәр яулауығыҙҙы теләйбеҙ.
Читайте нас: