Все новости
Йәмғиәт
26 Января 2018, 16:28

ҠЫРҠ ЙЫЛДАН ҺУҢ…

Быйылғы «Йәшлек» гәзитенең беренсе һанында Әбйәлил районының Ишҡол ауылынан М. Баһаув тигән кешенең «Ҡайҙа һин, «Зема»?..» тигән мәҡәләһе донъя күргәйне.

Быйылғы «Йәшлек» гәзитенең беренсе һанында Әбйәлил районының Ишҡол ауылынан М. Баһаув тигән кешенең «Ҡайҙа һин, «Зема»?..» тигән мәҡәләһе донъя күргәйне.

Ул 1977 йылда Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) ҡалаһында «учебкала» Әхәт исемле яҡташы менән бергә булыуы хаҡында яҙа. Фамилияһы Ҡотлоәхмәтов ине, шикелле, ти. Бер увольнениеға сыҡҡан ваҡытттарында фотоға ла төшкән булғандар. Гәзиткә шуны ебәргән. Улар бер-береһенә, шаяртып, «Зема» тип өндәшер булғандар. «Старшина формаһын сисеп шифоньерға элгәнгә утыҙ һигеҙ йыл ваҡыт үтте. Барыбер армия һағындыра, дуҫым «Зема»ны күрге килә. Ошо арала уның тыуған көнө шикелле. Их, үҙен күреп, бер туйғансы һөйләшеп ултырырға ине. Шундай хыял ошоларҙы яҙырға мәжбүр итте. Үкенескә күрә, адресын алырға өлгөрмәнем шул», - тип яҙа Баһаув.

Беҙ исем-атына, фотоға ҡарап шунда уҡ ул эҙләгән кешенең Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов икәнен төшөндөк. Бер үк ваҡытта аптырауға ла ҡалдыҡ. Был шәхесте хәҙер республикабыҙҙа күптәр яҡшы белә. Әхәт Йәүҙәт улы ун биш йылдан ашыу инде республикабыҙ райондарының береһен етәкләй, «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжәһе лә бар, Ватаныбыҙ алдында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн наградалары ла етерлек. Республиканың матбуғат баҫмаларында уның фотоһүрәттәре менән әллә күпме материалдар сыҡты, БСТ каналында ла күрһәтеп торалар Әхәт Йәүҙәт улын. Ошоларға бер ҙә иғтибар иткәне булманымы икән ни хеҙмәттәшенең? Беҙ Әбйәлил районынан уны эҙләп табып, шул хаҡта үҙенән һорашып ҡарарға булдыҡ. Ярҙам һорап райондың «Осҡон» гәзите редакцияһына сыҡтыҡ. Рәхмәт ундағы ҡыҙҙарға, оҙаҡҡа һуҙмай, беҙгә кәрәкле кешене эҙләп тә таптылар.

Көн үҙәгендә телефон шылтыраны:

– Алло, һаумыһығыҙ! Көйөргәҙеләргә сәләм. Мансур Ансар улы Баһаув булам. Мине эҙләгәнһегеҙ икән.

Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас:

– Мансур ағай, һеҙ Әхәт Йәүҙәтович тураһында ысынлап та быға тиклем бер ҙә хәбәрҙар булманығыҙмы ни? – тип һораныҡ унан.

– Юҡ шул. Белһәм, мин гәзиткә шулай итеп яҙып ятҡан булыр инемме ни. Әллә ҡасан уның менән бәйләнешкә сығыр инем. Хәҙер белермен инде, – тип шарҡылдап көлә Мансур Ансар улы. – Бынан бер биш йыл элек шундай хәл булды. Телевизорҙан бер кеше ҡулдарын һелтәй-һелтәй хәбәр һөйләп тора. «Бәй, был Әхәт түгелме һуң?» – тигән уй үтеп китте баштан. Уның ғәҙәте шулай була торғайны бит: гел ҡулын һелтәп-һелтәп һөйләргә ярата торғайны. Үкенескә, тапшырыуҙың аҙағына ғына эләктем. Ныҡлап ҡарап өлгөрә алманым. Тормош мәшәҡәттәре менән был хәл онотолоп ҡалды.

Беҙ ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттек. Алты ай уҡығандан һуң, «кесе сержант» погондарын тағып, илебеҙҙең төрлө урындарында ил алдындағы бурысыбыҙҙы үтәү өсөн таралыштыҡ. Шул саҡта служактарҙың өй адрестары яҙылған минең блокнотты тартып алдылар. Ярамай, тинеләр. Бына шул арҡала егеттәребеҙ менән оҙаҡ йылдар бәйләнешкә инеп булманы. Бер көндө: «Пенсияға сыҡҡас, ваҡыт етерлек булғас, барыбер уларҙы эҙләп табам», – тип үҙемә үҙем һүҙ бирҙем. Бына икәүһен таптым, шуларҙың береһе – Әхәт дуҫ. Әле тағы дүртәүһен табырға ҡалды, иҫән булһалар, табырмын да.

– Ә Әхәт Йәүҙәт улы менән әле бәйләнешкә сыҡтығыҙмы?

– Әлбиттә, мәҡәлә сыҡҡас та тиерлек. Сөнки редакция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ минең телефон номерын Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа биргәндәр. Журналистар уны белә бит инде.

Бер көндө иртән йоҡонан тороп йыуынып йөрөп ятһам:

– Тиҙ бул, һиңә шылтыраталар, – тиҙәр. Телефонды алһам:

– Һаумы, «Зема»! – тигән таныш тауыш ишетәм. Әхәт дуҫ бит был! Әхәт Йәүҙәт улы үҙе булып сыҡты! Эй-й, икебеҙҙең дә нисек ҡыуанғанды белһәгеҙ! Танһығыбыҙ ҡанғансы һөйләштек уның менән. Ҡырҡ йылдан һуң бына шундай көтөлмәгән, уйламаған осрашыу. Мин «Йәшлек»кә хәрби хеҙмәт бурысыбыҙҙы үтәгәнгә утыҙ һигеҙ йыл ғүмер үткән, тип яңғылыш яҙғанмын. Ҡырҡ йыл ғүмер һә тигәнсе үткән дә киткән икән. Аралашып, шылтыратып торорға вәғәҙәләштек.

– Хеҙмәттәшегеҙҙең район Хакимиәте башлығына тиклем үҫеүен белгәс, һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар тыуҙы?

– Ҡыуанысымдың сиге булманы. Әхәт дуҫтың етәкселек сифаттары армияла уҡ беленә ине инде ул. Был турала мәҡәләмдә, белгән шикелле, яҙып та киткәнмен. Уның уҡыу яғынан тырыш булыуы, ауыр материалдарҙы баш күтәрмәй өйрәнеүе, занятиеларҙа шартлатып яуап биреүе – шуға дәлил. Өҫтө-башы һәр саҡ бөхтә, ҡараулы булды. Салбар кеҫәһендә гел плюш туҡыма киҫәге йөрөтә торғайны. Буш ваҡыттарында шуның менән итектәрен ялтыратҡансы таҙартып ҡуя ине. Әйтәм бит, бер көндө юрамал ҡарап йөрөнөм: был «отбой»ға хәтлем итектәрен шул плюшы менән ун һигеҙ тапҡыр таҙартты. Капитан Дворянчиков беҙгә, һеҙ ике башҡорттан былай булғас рәт сыға, ти торғайны. Әхәт Йәүҙәт улының хәҙерге көндә шундай ҙур, яуаплы вазифала эшләп йөрөүе менән ысын күңелдән ғорурланам, уға эшендә, тормошонда уңыштар теләйем, – тине Мансур Ансар улы.

Баһауов та капитандарының һүҙен аҡлаған: әрменән ҡайтҡас, Әбйәлил районы мәктәптәренең береһендә уҡытыусы, шунан район гәзитендә хеҙмәткәр, аҙаҡ Эске эштәр бүлегендә милиция булып эшләгән. Юрист, менеджер һөнәрҙәренә эйә булған. Хәҙер ул хаҡлы ялда. Мөмкинлек сыҡһа, әле лә тик ятмайым, эш булғанда эшләйем, ти Әбйәлил уҙаманы.
Читайте нас: