Районыбыҙҙың, Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән, хеҙмәт йылдарын тыуған районыбыҙҙың төрлө хужалыҡтарында етәксе булараҡ үткәргән, ысын илһөйәр, тыуған ерем, халҡым, тип йәшәгән ир-уҙаманы «Искра» хужалығының баш инженеры, Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәйес Миңлебай улы Рахманғолов тураһында бөгөнгө һүҙем.
Ул Бөйөк Ватан һуғышында хәрби фельдшер булып, тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн алышҡан Миңлебай ағай менән Миңниса апай ғаиләһендә донъяға килә. Яҡшымбәт мәктәбен тамамлағас, хәрби бурысын алыҫ Чехословакия илендә башҡара. Хеҙмәттән ҡайтҡас, тыуған хужалығында шофер булып эш башлай. Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында агрономия һөнәре буйынса белем ала. Хужалыҡта агроном булып эшләй, шул уҡ ваҡытта мәктәптә уҡыусыларға машина буйынса предметты уҡыта, белем бирә, ир балаларҙы һөнәргә өйрәтә. Урта Бабалар ауылы эргәһендә урынлашҡан «Рыбхоз»да алты йыл буйы директор вазифаһын башҡара.
Бына нимә ти уның хаҡында ауылдаштары:
– Ауылды кешеләр биҙәй, был йәһәттән Рәйес ағай күптәргә өлгө булырлыҡ. Ул тормош иптәше Нурия апай менән аҡыллы, тәрбиәле балалар үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙы. Илебеҙгә дан өҫтәгән ғаилә ул Рахманғоловтар.
Мөнир Сәлтәшев, МТМ-мөдире:
– Әлеге мәлдә МТМ-ла төрлө маркалы техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерләү маҡсатында ҙур күләмдә ремонт эштәре бара. Рәйес ағай көн дә МТМ-ға килеп, эш барышын тикшерә, байҡау яһай, үҙенең кәңәштәрен әйтә, минең фекеремде ихлас тыңлай, ситкә ҡаҡмай.
Рим Саттаров, Яҡшымбәт һөтсөлөк фермаһы мөдире:
– Хәҙерге фермаларҙа газ ҡаҙанлыҡтары һәм төрлө автоматикаға тәғәйенләнгән механизмдар бар. Рәйес ағай инженер тармағын күҙ уңынан ысҡындырмай, һәр саҡ ярҙам итә. Хәйер, етәксе булыу һәләте һәр кемгә лә бирелмәйҙер, ә ул – тыумыштан ана шул һәләткә эйә кеше. Ысын тормош мәктәбе үткән, ғүмер юлында тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған кеше булараҡ, ул һәр кем менән дуҫтарса, туғандарса мөнәсәбәттә, байын-ярлыһын айырмайынса мөғәмәлә итә, ҡул аҫтындағылар менән уртаҡ тел таба белә.
Ғөмүмән, үткән ғүмерҙе күҙ асып йомоуға тиңләйҙәр. Уның шулай булыуына, ғүмер уҙған һайын тәрәнерәк төшөнәһең. Ә беҙҙең геройыбыҙ, ошо йәшәгән донъяны сикһеҙ яратыусы уны тағы ла матурыраҡ, камилыраҡ итеп күрергә ынтылыусан кеше ул.