Все новости
Йәмғиәт
2 Февраля 2018, 16:07

«ҠЫҘҘЫҢ ҠУЛЫН ҺОРАРҒА БАБИЧҠА БАРҘЫМ»

«Юшатыр» гәзитенең 23 ғинуарҙа сыҡҡан һанында: «2018 йылда иғлан ителгән Ғаилә йылын морапталдар башлап та ебәрҙе. Был көндө матур итеп биҙәлгән Яңы Мораптал мәҙәниәт йортоның залында ауылыбыҙҙың 60 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер итеүсе Рәүил Хәлиулла улы һәм Фәүзиә Нафиҡ ҡыҙы Шәмсетдиновтарҙы ҡотланыҡ», – тип яҙылғайны.

«Юшатыр» гәзитенең 23 ғинуарҙа сыҡҡан һанында: «2018 йылда иғлан ителгән Ғаилә йылын морапталдар башлап та ебәрҙе. Был көндө матур итеп биҙәлгән Яңы Мораптал мәҙәниәт йортоның залында ауылыбыҙҙың 60 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер итеүсе Рәүил Хәлиулла улы һәм Фәүзиә Нафиҡ ҡыҙы Шәмсетдиновтарҙы ҡотланыҡ», – тип яҙылғайны.

Ғаилә йылын башлап ебәреү өсөн иң уңайлы ваҡыт Шәмсетдиновтар ғаиләһенең гәүһәр туйҙарын билдәләү көндәренә тура килде.

Бөгөн уларҙың тормош һуҡмағынан 60 йыл бергә атлауҙарына бер аҙ байҡау яһайыҡ. «8 ғинуарҙа бергә йәшәүебеҙгә 60 йыл уҙып киткән. Ул ғүмер эсендә төрлө саҡтар булды… Был көндәрҙе күрербеҙ тип уйламаған да инек. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ тәрбиәһе ныҡ. Хәҙерге көндә тормошобоҙҙо 8 ейәнебеҙ, 13 бүлә-бүләсәребеҙ биҙәй. Донъя булғас, гел шыма ғына бармай, ҡайғылар ҙа кисерергә тура килде. Оло ҡыҙыбыҙҙың тормош иптәше, ауырыу сәбәпле, ваҡытһыҙ донъя ҡуйҙы. Инде башҡа бала ҡайғылары күрергә яҙмаһын, тип белгән доғаларыбыҙҙы уҡып ултырабыҙ», – ти Фәүзиә инәй.

60 йылға әйләнеп ҡайтып, нисек бер-береһен табышып, ғаилә ҡороп йәшәүҙәрен күҙаллайыҡ.

1957 йылдың ноябрендә Мораптал ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән йәш Рәүил атлы егет Армияла хеҙмәтен теүәлләп ҡайта. Күрше Бабич ауылынан (Мораптал менән Аҡһары ауылы уртаһындағы ауыл, хәҙер ул юҡ инде) Мораптал урта мәктәбенә пионервожатый булып эшкә килгән ҡыҙҙы – Фәүзиәне бик тиҙ күреп ҡала. Ул күршеләре Ғилмиямал инәйҙәрҙә фатирҙа торған була. Йәштәр бер-береһен оҡшатып, тиҙ арала өйләнешергә һүҙ ҡуйыша. «Айғыр атты егеп, ҡыҙҙың ҡулын һорарға Бабич ауылына барҙым», – тип иҫкә ала Рәүил ағай.

«Әти-әнием юҡ ине инде. Зәйнәб еңгәм менән Ғәли абызыйым ашлыҡтарын он итеп тартып, Ҡаҙарма, Дауыт-Ҡайып яҡтарына алып барып һатып, аҡса яһап, мине туйлап кейәүгә бирҙеләр», – ти Фәүзиә инәй.

Йәш ғаиләгә әбей-бабай менән бергә йәшәргә тура килә. «Күмәк булһаҡ та, татыу йәшәнек», – ти улар.

Өйләнешкәндән һуң Рәүил ағай Өфөлә белем алып, тыуған ауылына ҡайтҡас, уны малдарҙы яһалма ҡасырыусы, йәғни осеменатор итеп тәғәйенләйҙәр. 1968 йылда һөнәре буйынса газовик булып эшләй башлай. «1972 йылдарҙа ауылға газ индерергә булғас, эштәр бигерәк тә көйләнде, ауылдағы һәр өйгә газ үткәреп йөрөнөк», – тип иҫкә ала Рәүил ағай. Шуға ла морапталдар уны «Газовик Рәүил» тип йөрөтә.

1963 йылда йортлоҡ ағас эшләп, үҙ көстәре менән ҙур итеп йорт һалып сығалар. Әлеге көндә шул йорттарында ғүмер итәләр. Өс бала үҫтерәләр. Оло ҡыҙҙары Нәжиә медицина юлын һайлап, Мораптал участка дауаханаһында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итте, Әлфиә ҡыҙҙары сауҙа хеҙмәткәре булып эшләне, хәҙер инде улар хаҡлы ялда. Кинйәләре Рәмил ғаиләһе менән 2000 йылда үҙ йорттарын һалып, ата-әсәләре янында, ауылда, тупланалар, ауыл хужалығында эшләп йөрөйҙәр. Шәмсетдиновтарҙың балалары ғаиләләре менән үҙ йорттарында ғүмер итәләр. «Барыһы ла ауылда, үҙебеҙҙең яндалар. Олоғайған көнөбөҙҙә, балалар ярҙамы менән йәшәп ятабыҙ, Аллаға шөкөр», – тип ҡыуанышып ултыра Фәүзиә инәй менән Рәүил ағай.

Шәмсетдиновтарҙың ғүмер һуҡмағы буйлап оҙатып барған айырылмаҫ дуҫтары – гармундары. Саратов гармуны. Икеһе лә кем уҙарҙан өҙҙөрөп уйнайҙар. Рәүил ағай әле булһа йыш ҡына сәхнәләрҙә сығыш яһай. Һуғыш ветераны булараҡ, байрамдарҙа уның урыны – иң түрҙә. Фәүзиә Нафиҡ ҡыҙы тырыш һәм тоғро хеҙмәте өсөн БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ була. Уның тәрбиәһендә үҫкән быуын мөғәллимәләрен хөрмәтләп, хәлен белешеп торалар. Уларҙың ғаиләһе Мораптал ауылында өлгөлө ғаиләләр рәтендә. Ғаилә йылы уңайыннан музейыбыҙҙа «Ныҡлы ғаилә – ил терәге» күргәҙмәһендә уларҙың да фотоһүрәте һәм гәүһәр туйҙарына бағышланған йыйынтыҡ урын алған.

Шәмсетдиновтар ғаиләһенә тимер туйҙарын да юғалтыуҙарһыҙ күрергә насип булһын.

Гөлнара НАФИҠОВА фотоһы

Читайте нас: