Юшатыр
+1 °С
Ясно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Йәмғиәт
6 Февраля 2018, 14:26
АҠҺАРЫЛАР СӘЛӘМӘТ ТОРМОШ ЯҠЛЫ
Аҡһары ауылы ҡатын-ҡыҙҙары сәләмәт тормош яҡлы. Һәр аҙнаның шишәмбе, кесаҙна көндәрендә мәктәптең спорт залына йыйылабыҙ.
Аҡһары ауылы ҡатын-ҡыҙҙары сәләмәт тормош яҡлы. Һәр аҙнаның шишәмбе, кесаҙна көндәрендә мәктәптең спорт залына йыйылабыҙ. Унда аэробика менән шөғөлләнеп, волейбол, баскетбол кеүек төрлө уйындар уйнайбыҙ. Хаҡлы ялдағылар ҙа беҙҙең менән бергә спорт менән шөғөлләнергә йөрөһәләр, бигерәк тә яҡшы булыр ине. Хатта был хаҡта белдереү ҙә элеп ҡуйҙыҡ, әммә халыҡ ниңәлер яй. Өйҙә телевизор ҡарап ултырғансы, һаулыҡ – ҙур байлыҡ, тип спорт менән шөғөлләнеп, һаулыҡтарын нығытып, бергә аралашып йөрөһәк, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Беҙгә сәләмәт тормош алып барыуҙа мәктәптең спорт залын биргәне өсөн мәктәп директоры Рида Искәндәроваға Аҡһары ҡатын-ҡыҙҙары исеменән ҙур рәхмәт.
Аҡһары ауылы ҡатын-ҡыҙҙары.
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы