Все новости
Йәмғиәт
6 Февраля 2018, 14:28

ҒӘМБӘР ИНӘЙҘЕ ҘУРЛАНЫЛАР

Ошо көндәрҙә Кинйәабыҙҙа йәшәүсе Ғәмбәр Ғөбәйҙуллина инәйгә 90 йәш тулды.

Ошо көндәрҙә Кинйәабыҙҙа йәшәүсе Ғәмбәр Ғөбәйҙуллина инәйгә 90 йәш тулды. Юбилярҙы ҡотларға Свобода ауылы советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова менән эштәр идарасыһы Зөлфиә Ҡотошева ла барҙы. Сания Миңләхмәт ҡыҙы Ғәмбәр инәйгә ҡотлау открыткаһы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырып ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, күңел тыныслығы теләне.

Ғәмбәр Ғөбәйҙуллина 34 йыл инде ҡыҙы Әлфиә һәм кейәүе Йәмил менән бергә ғүмер итә. “Донъялар имен, балалар иҫән булһын. Барығыҙға ла бәхетле ғүмер теләйем. Мине ҙурлағандары өсөн Сания Миңләхмәт ҡыҙына һәм Свобода ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт”, - ти 90 йәшен тултырған юбиляр.
Читайте нас: