Все новости
Йәмғиәт
6 Февраля 2018, 14:35

РАЙОН ЙӘШТӘРҘЕ КӨТӘ

Үткән шәмбе район “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында “Һин булдыраһың!” тип исемләнгән йәштәр форумы үтте. Йыл да студенттар менән осрашыу үткәреү районыбыҙҙа матур бер йолаға әүерелде. Сарала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡатнашты.

Үткән шәмбе район “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында “Һин булдыраһың!” тип исемләнгән йәштәр форумы үтте. Йыл да студенттар менән осрашыу үткәреү районыбыҙҙа матур бер йолаға әүерелде. Сарала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡатнашты.

Быйыл һәр килгән студентҡа 500-әр һум аҡса бирҙеләр, шуғалырмы 780-дән ашыу студенттан 425-е килде, зал шығырым тулы булды. Кемеһелер силсәүиттәр күҙәтеүе аҫтында автобуста, кемеһелер үҙ машинаһында килгән. Хатта урын етмәүҙән баҫып тороусылар ҙа күп булды. Форум эшҡыуарлыҡҡа арналғас, сараны уңышлы эшҡыуарҙарыбыҙ Елена Зарубина менән Артем Дьяченконың үҙҙәренең нисек итеп эш башлап китеүҙәре, осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеүҙәре һәм уңыштары тураһында һөйләүҙәре менән башланды. Аҙаҡ бизнестың нескәлектәре хаҡында Ырымбур Дәүләт университеты бизнес-тренеры Юлия Маркелова ла студенттар менән бик ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙо.

Артабан форумда ҡатнашыусыларҙы район Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов сәләмләне.

- Хәйерле көн, егеттәр һәм ҡыҙҙар! Йыл да беҙ һеҙҙең менән май айы башында осраша торғайныҡ, быйыл ҡышҡы каникул ваҡытында йыйылышырға булдыҡ. Бөгөнгө осрашыу ауылда эшҡыуарлыҡты үҫтереү темаһына арналды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр араһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр бик аҙ. Районыбыҙҙа йыл да бәләкәй эшҡыуарлыҡтар субъекты менән яңы эш урындары булдырыла. 2015-2017 йылдарҙа районда 567 яңы эш урыны булдырылды һәм 223 субъект асылды, уларҙың 39-ы бизнес үҫтереү өсөн субсидия алыуға иреште. Беҙҙә ауыл хужалығы һәм һатыу буйынса алға китеш бар, әммә башҡа төр эшҡыуарлыҡтар ҙа үҫешһен ине. Бының өсөн районда бар мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Хөрмәтле студенттар, һеҙҙән ҡыҙыҡлы бизнес-проекттар көтәбеҙ. Районыбыҙ иҡтисадын һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн һеҙгә ышаныстар бағлайбыҙ. Әлеге көндә Көйөргәҙе ерендә 36 йәш белгес эшләй. Юғары һәм урта уҡыу йорттарында 780-дән ашыу студент уҡый, шуларҙың 47-һе маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем ала. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инеп, быйыл тамамлаусы 8 студентыбыҙ ҙа районыбыҙға ҡайтыр, тип ышанам. Хөрмәтле студенттар, һеҙ районыбыҙ илһөйәрҙәре булараҡ, тыуған еребеҙҙә ғаилә ҡороп, уңышлы эштәр башҡарыуығыҙға ышанабыҙ, - тине Әхәт Йәүҙәт улы һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа, ӨДНТУ студенты Денис Леонтьевҡа, Күмертау педагогия колледжы студенты Артем Новохатскийға, медицина университеты студенты Радик Араптановҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Зариф Закир улы ла йәштәр эше буйынса комитеттың баш белгесе Виктория Кудиноваға, Ырымбур дәүләт университеты студенттары Алмаз Салиҡбаев менән Евгений Горностаевҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

- Һәр кеше алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешергә тейеш. Бының өсөн иң мөһиме теләк кәрәк. Мин дә һеҙҙең кеүек ауыл балаһы. Әсәйем ябай һауынсы, атайым көтөүсе булды. Өфөгә уҡырға килгәс, хатта вокзалдарҙа ла йоҡлап йөрөргә тура килде. Береһе лә бер ҡайҙа ла ярҙам итеп, арттан төртөп торманы. Бар ерҙә лә тырышлыҡ кәрәк. Һеҙ ҙә үҙегеҙгә үҙегеҙ юл ярығыҙ, эштән ҡурҡмағыҙ. Етмәһә, хәҙер ауыл хужалығы буйынса юғары уҡыу йортон тамамлап районға эшкә ҡайтыусыларға 500 мең һум, ә урта уҡыу йорттарын тамамлаусы ауыл хужалығы белгестәренә 300 мең һум аҡса бирәләр. Был районға ҡайтып йәшәп китеү өсөн ҙур ярҙам, - тине Зариф Байғусҡаров һәм йәштәргә уңыштар теләп, һүҙен тамамланы.

Автор фотолары




Радик АРАПТАНОВ, Медицина университетының 2-се курс студенты (Таймаҫ ауылы):

Бындай осрашыуҙар кәрәк, тип уйлайым. Районыбыҙ студенттарына бер-береһе менән осрашып, үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге тыуҙырған сара һәр яҡлап та отошло. Район Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов ҡулынан Рәхмәт хаты алыу минең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Киләсәктә лә районым өсөн тырышасаҡмын. Алла бирһә, университетты тамамлағас районға ҡайтып табип булып эшләргә уйлайым.


Алһыу АҠСУРИНА, Ялсыҡай ауылы:

Хәйерле көн, Әхәт Йәүҙәт улы, йәштәр форумын ойоштороусылар, студенттар! Беренсенән, үтеп киткән студенттар көнө менән барыһын да ҡотлайым. Студент тормошо ғүмерҙең иң сағыу сағы. Был саҡтарҙың ҡәҙерен белергә кәрәк.

Мин БДУ-ның Башҡорт филологияһы һәм журналистика бүлегендә уҡыйым. Үҙемдең курсташтарым менән аралашҡанда башҡа күп райондарҙа беҙҙәге кеүек студенттар менән осрашыу үткәрмәүҙәре хаҡында белдем. Беҙҙең районда студенттарға иғтибар бүленеүенә ҡыуанам. Районымды ныҡ яратам һәм уҡыуымды тамамлағас та районға эшкә ҡайтырға уйлайым.

Әхәт Йәүҙәт улы, мәктәп уҡыусылары араһында район Хакимиәте башлығының премияһын булдырҙығыҙ, был маҡтауға лайыҡ. Яҡшы уҡыған студенттар араһында ла хакимиәт башлығының премияһы булдырылһа, яҡшы булыр ине, тип уйлайым. Ә студенттар менән осрашып, ҡыҙҙар һәм егеттәр менән күрешеү сараһын үткәргәнегеҙ һәм иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.



Шәп егет–ҡыҙҙарыбыҙ етерлек беҙҙең. Шулай ҙа, форумда ҡайһы бер студенттарыбыҙҙың тәртип яғы эсте бошорҙо. Уларҙың залдан бер туҡтауһыҙ кереп-сығып йөрөүҙәре сараны биҙәмәне, етмәһә, РФ Дәүләт Думаһы депутаты сығыш яһағанда, район хакимиәте башлығы янында ултырған бер студент егетебеҙҙең, сумкаһын аҫып, залдан сығып китеүе уның мәҙәниһеҙлеген күрһәтте.
Читайте нас: