Все новости
Йәмғиәт
9 Февраля 2018, 14:25

Тыуған яҡ үҙенә тартты

Шәбағыш ауылынан Рәфҡәт һәм Миңленур Бәшировтар күптән түгел иңгә-иң терәшеп бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыу байрамын билдәләне. Уларҙы ошо күркәм байрамдары менән Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәкова мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм китапханасылар менән бергә килеп ҡотланы. Улар гәүһәр туйҙарын билдәләүселәргә Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың матур бүләктәрен, ҡотлау һүҙҙәрен тапшырҙы. Шулай уҡ үҙҙәре лә төрлө бүләктәр алып килде.

Шәбағыш ауылынан Рәфҡәт һәм Миңленур Бәшировтар күптән түгел иңгә-иң терәшеп бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыу байрамын билдәләне. Уларҙы ошо күркәм байрамдары менән Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәкова мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм китапханасылар менән бергә килеп ҡотланы. Улар гәүһәр туйҙарын билдәләүселәргә Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың матур бүләктәрен, ҡотлау һүҙҙәрен тапшырҙы. Шулай уҡ үҙҙәре лә төрлө бүләктәр алып килде.

Бик оҙаҡ йылдар бергә-бергә тормош йомғағын һүтеүсе ғаилә менән үҙебеҙ ҙә яҡындан танышырға булдыҡ. 84 йәшлек Рәфҡәт Динислам улы менән 78 йәшлек Миңленур Мирғәле ҡыҙы, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, икәүләшеп кенә гөрләтеп донъя көтөп ята. Йорттарында бөтә уңайлыҡтар ҙа бар, ҡалалағы фатирың ары торһон.

1958 йылдың ғинуарында өйләнешкән ғаилә, ауылдаштары эшкә саҡырғас, 2 балаһы менән Урта Азияға сығып китә. «Барғас та йәшәргә фатир бирҙеләр, икебеҙгә лә эш булды. Әммә бер ҙә генә сит яҡта торғо килмәне, тыуған яҡ үҙенә тартты. 5 йыл тирәһе торғас, 4 бала менән кире тыуған ауылыбыҙға әйләнеп ҡайттыҡ», - тип иҫләйҙәр ул саҡтарҙы.

Ауылға ҡайтҡас, Рәфҡәт Динислам улы йәйен тракторҙа, ҡышын тимерлектә хеҙмәт итә. Миңленур Мирғәле ҡыҙы ла төрлө эштәрҙә эшләй: иҙән дә йыуа, фермала быҙау ҙа ҡарай. Шул уҡ ваҡытта 5 балаһын тәрбиәләргә, сөгөлдөр баҫыуында бил бөгөргә лә өлгөрә. «4 ул һәм 1 ҡыҙға ғүмер бүләк иттек. Ауыр ҡайғы ла кисерергә тура килде, ҡыҙғанысҡа. 16 йыл элек бер улыбыҙ киленебеҙ менән 2 сабыйын ҡалдырып мәрхүм булып ҡуйҙы. Әлеге көндә балаларымдың барыһы ла үҙ ғаиләләре менән Шәбағышта йәшәй. Бабайым уларҙың һәр береһенә лә Бөрйәндән үҙе ағас ташып йорт һалып бирҙе. Балаларымдың барыһы ла эшсе һөнәрҙәрен һайланы. Ринат менән Марат улым Күмертауҙа токарь булып эшләйҙәр. Иң кесе улым Альберт водитель. Гөлнур ҡыҙым Күмертауҙың балалар табыу йортонда хеҙмәт итә. Килендәремдән дә уңдым, һәр береһе үҙ эштәрен яратып башҡара. Аллаға шөкөр, әлеге көндә 13 ейән-ейәнсәребеҙ һәм 13 бүлә-бүләсәребеҙ бар. Уларҙың да һәр береһе үҙ урындарын табып, тырышып эшләп, уҡып йөрөй.

Байрамыбыҙ менән ҡотлаған силсәүит башлығы Әлфиә Мансур ҡыҙына оло рәхмәт әйтке килә», - ти Миңленур инәй. Рәфҡәт бабай ҙа һүҙгә ҡушылды:

- Һәр замандың ауыр, ҡыйын яҡтары була. Шуны лайыҡлы үтә белергә кәрәк. Ҡайҙа ғына эшләһәң дә, эшеңде, илеңде яратырға кәрәк. Беҙҙең йәш саҡта, аҡсабыҙ булып та, алырға әйбер булманы. Хәҙер йәнең теләгән нәмә бар. Тик ялҡауланмай ғына эшләргә лә эшләргә кәрәк. Әле беҙ һаман да баҡса үҫтереп, йәй көндәрендә тауыҡ, ҡаҙ аҫрайбыҙ. Һыйыр малын бөтөргәнгә лә 2-3 йыл ғына. Йәштәр бер-береһен яратып, хөрмәт итеп йәшәһен, - тине. Әбейе лә уның һүҙҙәрен йөпләп:

- 60 йыл бергә ғүмер үтелде. Ауыр саҡтар ҙа булғандыр инде. Әммә хәтерҙә тик иң яҡшы мәлдәр генә уйылып ҡалған. Беҙ йәштән бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп эшләнек. Балаларға берәй нәмә әйтер булһам да, иң тәүҙә бабай менән һөйләшәм. Балаларыбыҙ өйрәткәнде тыңлап ҡына үҫте. Әле лә ярҙамдарынан ташламайҙар. Был донъянан ҡәнәғәтбеҙ. Бар ғаиләләр ҙә шулай беҙҙең кеүек татыу һәм оҙаҡ йылдар бергә йәшәһен. Беҙ бабай менән: «Ҡартайҙыҡ инде. Әй, шулай ҙа йәшел үләнгә аяҡ баҫһаҡ, тағы ла шәбәйеп китербеҙ әле», - тип көлөшөп алабыҙ.

Юлиә килендәре лә һүҙгә ҡушылып: «Әтей менән әни беҙгә лә килеп ярҙам итәләр әле ул. Улар булмаһа беҙгә лә ҡыйын булыр ине. Мин уларға шул тиклем рәхмәтлемен. Улар Чечняла ла булып ҡайттылар әле», - ти.

Бәшировтарҙың кесе улдарын әрме хеҙмәтенән Чечня һуғышына ебәрәләр. Унан 3 ай буйы бер ниндәй хәбәр булмай. Ата-әсә Мәскәүгә лә шылтырата, әммә бер яңылыҡ та ишетелмәгәс, күп уйлап тормай, билет алалар ҙа улдарын эҙләп Чечняға осалар. Унда барып, ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәй улар, әммә барыбыр улдарын табып алып ҡайталар. Чечняла күргәнде һөйләһәң, иҫең китәрлек инде, үҙе бер китап яҙырлыҡ. Аяҡты һәлендереп тороп танкка ултырып та йөрөнөк. 33 көн тигәндә саҡ улыбыҙҙы алып йортҡа ҡайтып индек. Хәҙер ул саҡты иҫләһәң, ҡурҡыныс, ә ул ваҡытта бер ниндәй ҙә ҡурҡыу тойғоһо булманы. Тик улыбыҙҙың имен булыуын, уны табыу теләге көслө ине, - тип иҫләйҙәр алыҫ 1995 йылды.

Бына шулай утты-һыуҙы ла бергә кисеп, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә бергә татып, һаман да йәштәрҙән бер ҙә генә ҡалышмай йәшәп ята Бәшировтар ғаиләһе. «Алла бирһә, бергә йәшәүебеҙгә 70 йыл тулыуын да байрам итербеҙ әле», - тиҙәр улар. Амин, шулай булһын, тип кенә теләйбеҙ беҙ уларға.

Автор фотоһы

Читайте нас: