Кисә район хакимиәтендә бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуына арналып киңәйтелгән ултырыш уҙҙы.
Етди, эшлекле һөйләшеү булһа ла, сара алдынан балалар үҙҙәренең концерт номерҙарын күрһәтеп алды. Аҙаҡ үҫмер, балалар менән эшләгән ветерандарға, бөгөн дә көс түккән хеҙмәткәрҙәргә район Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов Рәхмәт хаттары тапшырып, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләне.
Ултырышты район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары, комиссия ултырышы рәйесе Люциә Хәмитова алып барҙы.
— Районда барлығы 5298 бәлиғ булмаған бала йәшәй. Ай һайын комиссия ултырышы үткәреп, булған проблемаларҙы тикшереп торабыҙ. Комиссия тарафынан былтыр барлығы 19 ултырыш үткәрелһә, 2016 йылда 13 булған. 2015 йылда социаль яҡтан хәүефле булған 85 ғаиләлә 161 бала тәрбиәләнһә, 2016 йылда бындай 73 ғаиләлә 164 бала, ә 2017 йылда 50 ғаиләлә 129 бала иҫәпләнгән. 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата социаль яҡтан хәүефле булараҡ профилактик иҫәптә торған 50 ғаиләлә 129 бала тәрбиәләнә. Имен булмаған ғаиләләрҙең төп сәбәбе – ата-әсәләрҙең спиртлы эсемлектәр менән дуҫлашыуы һәм эшләргә теләмәүсәнлек. Быйыл комиссияның профилактик иҫәбендә 23 бәлиғ булмаған бала тора, - тине Люциә Тәлғәт ҡыҙы үҙ сығышында.
Артабан архив бүлеге мөдире Наталья Афонина, район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова, Ермолаево ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Людмила Фәйзуллина, район бүлегендәге Эске эштәр органдары хеҙмәткәре Татьяна Бычкова, Ермолаево район дауаханаһының врач-психиатры Оксана Рамзова ла был өлкәлә алып барылған эштәре хаҡында ентекле һөйләнеләр.
Опека һәм попечителлек бүлегенең әйҙәүсе инспекторы Лилиә Квасованың һөйләүе лә йөрәккә үтеп инде.
— Районда бөгөнгө көндә йәтим һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 151 бала иҫәптә тора. Уларҙың 61-е опекун, 90-ы аҫрауға алған ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. 2017 йылда балаларын тәрбиәләү хоҡуғынан 4 ғаилә мәхрүм ителһә, ике ғаилә ата-әсә хоҡуғынан ваҡытлыса ситләтеп торолған. Социаль приюттан 3 бала үҙ ғаиләһенә кире ҡайтарылған.
Йәтим балаларҙы үҙ ғаиләләренә аҫрауға алырға теләүсе һәр кем Күмертау балалар йорто базаһында махсус уҡыуҙар үтә. Былтыр бындай уҡыуҙа 5 кеше булды. Балаларҙы үҙ тәрбиәһенә алырға теләүсе ғаиләләр хаҡында ауыл советы хакимиәтенән характеристика яҙып бирәләр. Ошо мөһим булған характеристиканы дөрөҫ яҙмау ҙур хата. Маҡтап яҙылған ҡағыҙға ҡарап балаларҙы биреп, аҙаҡ был ғаиләнең эсеүгә маһирлығы алдан уҡ булғанлығы асыҡланыуы эсте бошора. Шуға күрә, ауыл советы хакимиәте эшсәндәре, бындай ялған характеристика башҡа ҡабатланмаһын. 2017 йылда тәрбиәгә алынған балаларҙы кире балалар йортона тапшырған ике осраҡ күңелде әрнетте. Бындай ғаиләләр икеһе лә Шәбағыш ауыл советынан булды, - тип һүҙен тамамланы Лилиә Фәтих ҡыҙы.
Бәлиғ булмағандар менән эшләү иң ауыр өлкәнең береһе, бигерәк тә хәҙерге заманда. Яңыраҡ ана, Иҫке Отраданан бер ҡыҙ баш һуҡҡан яҡҡа сыҡты ла китте, ә был комиссия ут йотоп ултырҙы. Имен булмаған ғаиләләргә күберәк иғтибар биреү кәрәк, тинеләр, социаль яҡтан хәүефле ғаиләләрҙең иң күбе Мораптал силсәүитендә икән.
Райондың бер белем усағында бер балаға: «Барыбер һинән кеше сыҡмай, мәктәптән справка тоттороп ҡына ебәрербеҙ”, - тип янаған, кәмһеткән осраҡ булыуы ла комиссия ағзаларын да, саҡырылғандарҙы ла аптыратты. Ултырыш аҙағында Люциә Тәлғәт ҡыҙы барыһын да балалар менән иғтибарлыраҡ булырға өндәне, бигерәк тә уҡытыусыларҙы ысын педагог булып ҡалырға саҡырҙы.