Все новости
Йәмғиәт
13 Февраля 2018, 16:37

ИЛ ҠУШҠАНДЫ ҮТӘНЕЛӘР

Нисек кенә булмаһын, һалдат хеҙмәте ир-ат өсөн тормошта бик тә әһәмиәтле, хәтирәле бер мәл ул. Оло мәктәп. Халҡыбыҙ элек-электән яугирҙәргә оло ихтирам һәм хөрмәт күрһәткән. Бөгөн арабыҙҙа булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, Афғанстанда интернациональ бурыстарын үтәгән, хәрби ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәргә беҙҙең йәмғиәттә ҙур иғтибар бүленә.

Илебеҙ тарихында тәрән эҙ, халҡы күңелендә төҙәлмәҫлек яраларын ҡалдырған, меңдәрсә һалдатты ҡорбан иткән Афғанстан һуғышында беҙҙең Яҡшымбәт ауылынан да 18 йәшлек ир—егеттәр үҙ интернациональ бурыстарын үтәне. Илдар Түләков менән Урал Хәлитовтарҙың икеһе бер көндә хеҙмәткә алындылар. Улар тәүҙә Ҡаҙағстан Республикаһында 3 ай карантинда булып, аҙаҡ Афғанстан Республикаһының Балрам исемле ҡалаһында урынлашҡан хәрби часҡа оҙатылалар. Икеһе лә водитель булып хеҙмәт итәләр, боеприпас, хәрби ҡорал, аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ ташыйҙар. Яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәте 1982-1984 йылдарға тура килә. Яҡшымбәттән Заһир Манғотов менән Әнүәр Исламғолов та Афғанстан һуғышында ҡатнаша, ә Нафиҡ Аллабирҙин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайта алмай. Беҙ уны хәтерләйбеҙ, онотмайбыҙ, иҫән афғансыларыбыҙҙы ихтирам итәбеҙ, уларға хөрмәт күрһәтәбеҙ.

Автор фотоһында: Илдар Түләков менән Урал Хәлитов

Читайте нас: