Көйөргәҙе районында үткән аҙнала Экология йылына йомғаҡ яһалып, Ғаилә йылына старт бирелде.
Хакимиәттең тамашасылар залында был көндө районыбыҙҙың күп балалы, өлгөлө, абруйлы ғаиләләре — көйөргәҙеләрҙең бер ҙур ғаиләһе йыйылғайны. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов сығышында 2017 Экология йылында эшләнгән эштәр тураһында һөйләне. «Бөгөн беҙҙең залда күп балалы, өлгөлө ғаиләләр һәм ололар йыйылған. Ғаилә йылында улар дәүләттән ҙур ярҙам күрер, тип ышанам. Бер күп балалы әсә тағы ла 2 бала табам, тине әле. Балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләргә, һаман да үҙ балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен ярҙамдан ташламаған олатай-өләсәйҙәргә оло рәхмәт әйтеп, хакимиәттә эшләгән ир-егеттәргә залда ултырған һәр гүзәл затҡа гөлләмәләр тапшырырға ҡушты.
Район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова: «Экология, Ғаилә йылдары ошо йүнәлештәге проблемаларға иғтибарҙы көсәйтеү өсөн үткәрелә. Беҙҙә элек-электән ғаиләләр күп балалы булған, әммә һуңғы йылдарҙа ғына был матур йола онотола бара. Шуға ла ул проблема власть кешеләрен борсоуға һалды. Тыуым йылдан-йыл кәмей бара. 2016 йылда 266 сабый донъяға тыуһа, 2017 йылда был күрһәткес 259 ғына. Арабыҙҙа балаларын ҡарамайынса, тик үҙҙәренең яратҡан шөғөлдәре менән шөғөлләнеүсе — алкоголь сире менән ауырыусылар менән беҙ көрәшергә тейешбеҙ. Бик күп ғаиләләребеҙҙең балалар йортонан сабыйҙар алып, уларға бәхет өләшеүе ҡыуаныслы. Ғаиләлә әсәйҙәр менән бер рәттән атайҙар ҙа мөһим. Районда Ҡатын-ҡыҙҙар советы яҡшы эшләп килә. Хәҙер Атайҙар советы ла ойошторорға булдыҡ. Һәр бер ауыл советы үҙҙәренең кандидаттарын тәҡдим иттеләр ҙә инде», - тине.
Район ЗАГС-ы бүлеге начальнигы Светлана Иванова: «Мин 2001 йылдан алып эшләйем. Әхәт Йәүҙәт улы һәр ваҡыт ғаиләләрҙең хәлдәре менән ҡыҙыҡһынып тора. Быйылғы йыл Ғаилә йылы итеп иғлан ителгәс, дәүләтебеҙ ғаиләһеҙ бер нисек тә булмай икәнен аңлағандыр. Минән күп тапҡыр: «Формаль булмаған ғаиләләргә нисек ҡарайһығыҙ?» - тип һорайҙар. Шундай ир менән ирҙән, ҡатын менән ҡатындан торған ғаиләләр булмаһын өсөн, балалар менән һөйләшергә, уларға дөрөҫ тәрбиә бирергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа, ғаиләләрҙең тарҡалыу һаны һаман да юғары килеш ҡала. Бының бала өсөн стресс булыуын, ҡартайған көндә лә беҙгә атай-әсәй кәрәк икәнлеген оноторға ярамай», - тигән һүҙҙәрен еткерҙе.
Яңы төҙөлгән «Ғаилә Көньяҡ район—ара үҙәге»нең Көйөргәҙе районы бүлеге мөдире Наталья Савенкова ла һүҙ алып: «Беҙҙең бүлек яңы ғына эшләй башлауға ҡарамаҫтан, пландар билдәләнде. Ғаилә шәмбеләре үткәрәсәкбеҙ. Шулай уҡ оло кешене ғаиләгә алыу эшен дә йәйелдереп ебәрмәксебеҙ. Арыҫлан-Әмәкәс ауылында бындай бер ғаилә бар ҙа инде. «Йыл атайы» конкурсында ла әүҙем ҡатнашырға саҡырам», - тине.
Сығыштарҙан һуң концерт номерҙары менән аралашып, өлгөлө ғаиләләр төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. Шулай уҡ спонсор ярҙамы күрһәтеүселәргә Әхәт Ҡотлоәхмәтов Рәхмәт хаттары тапшырҙы.