Все новости
Йәмғиәт
13 Февраля 2018, 14:06

«ТАҒЫ ҠАСАН БУЛА?»

Көйөргәҙе районының «Аҡ юл» ял итеү һәм таныштырыу йәмәғәт клубы сираттағы сараны был юлы бик күп һорауҙар буйынса Күмертауҙың «Листопад» кафеһында үткәрергә булды. Кисә Ғашиҡтар көнөнә арналды.

Көйөргәҙе районының «Аҡ юл» ял итеү һәм таныштырыу йәмәғәт клубы сираттағы сараны был юлы бик күп һорауҙар буйынса Күмертауҙың «Листопад» кафеһында үткәрергә булды. Кисә Ғашиҡтар көнөнә арналды.

Кисәгә шул тиклем күп — 120-ләгән кеше килгәйне. Уларҙың иң йәшенә —26, иң олоһона 75 йәш. Зал бәләкәйерәк булһа ла, кисәгә килеүселәр рәхәтләнеп бейеп-йырлап күңел асты. Алыҫ араларҙы яҡынайтып Учалы, Әбйәлил райондарынан килеп еткәндәр. Ейәнсура, Күгәрсен райондарынан, Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан байтаҡ килгәйнеләр. Тик, һәр ваҡыттағыса, беҙҙең көйөргәҙеләр генә ситтә ҡала. Кисәлә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Морапталдан, Айсыуаҡтан һәм Ермолаевонан бер нисә кеше генә күренеп ҡалды. Әйткәндәй, 120 кешенең, тик 25-ләгәне генә ир-егет. Бының кеүек кисәләргә күп кеше: «Оялам, ир (ҡатын) эҙләп йөрөй, тип әйтерҙәр», - тип килергә ҡыймай. Шуны әйтке килә: бындай кисәләр тик парҙарын эҙләгәндәр өсөн генә түгел. Күңел асырға, рәхәтләнеп бейергә теләгән һәр кем килә ала унда. Әлеге кисәлә лә ғаиләлеләрҙең күп булыуы ҡыуандырҙы. Хатта кафе эргәһенән үтеп барған осраҡлы кешеләр ҙә шундай дәртле көйҙәр ишетеп килеп кергән.

Байрамды Айҙар менән Земфира Ишмөхәмәтовтар бик матур итеп алып барҙы. Сараға килеүселәр араһында үҙҙәренең таланттарын күрһәтергә теләүселәр байтаҡ ине. Хатта, уларҙың һәр береһенең сығышын ҡарарға өлгөрөп тә булмай китте. «Аҡ юл» клубы етәксеһе Мөхәрәм Байгилдин һәр ваҡыттағыса бүләктәр тейәп килеп, кисәнең иң сағыу йондоҙҙарына таратты. Бар кеше лә ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп: «Тағы ҡасан була? Ошондай кисәләр йышыраҡ булһын ине, беҙгә бик оҡшай. Бигерәк күңелле бит. Беҙгә әйтмәй ҡалмағыҙ, беҙҙе онотоп ҡуймағыҙ. Өйҙә телевизорға текәлеп ятҡансы, рәхәтләнеп ял иттек, бейенек», - тиҙәр.

Бында килгән ҡатын-ҡыҙҙар менән дә, ир-егеттәр менән дә һөйләшергә тура килде. Нимәһе аптыратты: ир-егеттәрҙең бер-нисәүһе: «Бында йүнле ҡатын-ҡыҙ йөрөймө?» тиһә, бына ғәләмәт, ҡатын-ҡыҙҙарҙан да: «Йүнле ир бында нишләп йөрөһөн?», - тигәнде ишетергә тура килде. Әйтерһең дә, бындай сараға гел йүнһеҙҙәр генә йөрөй?! Ул һүҙҙәрҙе әйткән кеше үҙе лә шул исемлеккә керә түгелме? Өйҙә тик ятҡансы, барып бейеп, күңел асып ҡайтайым тигән кеше йүнһеҙ булмайҙыр, моғайын. Ололар йәштәр дискотекаһына бара алмай ҙа инде. Аҡыллы булам тип, өйҙә телевизор ғына ҡарап ятырға ҡаламы ни инде хәҙер? Бына ошоларҙы ишетеү генә әҙерәк кәйефте ҡырҙы. Ә шулай ҙа кисә бик күңелле үтте. Бындай матур кисәләр күберәк булһын тигән теләктә ҡалабыҙ. Күптәрҙең әйтеүе буйынса, олораҡ йәштәгеләр өсөн был бик кәрәк. Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ килеп күрегеҙ!

Айҙар ИШМӨХӘМӘТОВ фотоһы

Читайте нас: