Все новости
Йәмғиәт
16 Февраля 2018, 12:45

МАҠТАУҒА ЛАЙЫҠ

Мин Кинйәабыҙ ауылында йәшәһәм дә, Тимербай ауылында йәшәүсе Рәшит Тазетдинов тураһында яҙып үтеүҙе кәрәк таптым.

Мин Кинйәабыҙ ауылында йәшәһәм дә, Тимербай ауылында йәшәүсе Рәшит Тазетдинов тураһында яҙып үтеүҙе кәрәк таптым.

Рәшит Тазетдинов 30 йылға яҡын автобуста шофер булып эшләй. Ул бик оҫта белгес һанала. Әлеге көндә Рәшит автобуста Кинйәабыҙ, Тимербай мәктәп уҡыусыларын 12 км йыраҡлыҡтағы Абдул мәктәбенә уҡырға йөрөтә. Ул бер ваҡытта ла һауа шарттарына зарланмай. Ниндәй генә һауа торошо булһа ла, уҡыусыларҙы ваҡытында алып барып еткерә. Уның автобусы һәр ваҡыт төҙөк хәлдә тотола. Рәшит Тазетдинов тураһында мәктәп етәкселәре лә тик маҡтау һүҙҙәре генә һөйләй. Ауылыбыҙҙың мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләре лә уны тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алалар.

Тимербай ауылында йәшәгән Рәшиттең ғаиләһе лә бик абруйлыларҙан иҫәпләнә. Тормош иптәше Лена ла күп йылдар инде башланғыс мәктәп балаларына белем бирә. Ғаиләлә Тазетдиновтар бер ҡыҙ бала үҫтерә. Бик күп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ауылда уларҙың ғаиләһе бик маҡтаулы, күптәргә өлгө булып тора. Был ғаиләгә алдағы йылда ла иҫәнлек-һаулыҡ, матур тормош теләп ҡалабыҙ.

Ришат ЙОМАҒОЛОВ
Кинйәабыҙ ауылы

Читайте нас: