Все новости
Йәмғиәт
16 Февраля 2018, 13:08

МАЛ ЙӘНЛЕ КЕШЕ

Халҡыбыҙҙа ошондай мәҡәл бар. Ғәҙәттә ихатаһында аҫралған мал-тыуарына, ҡош-ҡортона яҡшы мѳғәләмәлә, хәстәрҙә булған шәхестәрҙе шулай тип нарыҡлайҙар. Бер хужалыҡта оҙаҡ ҡына йылдар бергә эшләргә насип булған, 40 йылға яҡын ветеринария хеҙмәткәре стажына эйә Риф Байғужинға ҡарата ошо фекерҙе бик тә ҙурлап әйтергә мөмкин.

Халҡыбыҙҙа ошондай мәҡәл бар. Ғәҙәттә ихатаһында аҫралған мал-тыуарына, ҡош-ҡортона яҡшы мѳғәләмәлә, хәстәрҙә булған шәхестәрҙе шулай тип нарыҡлайҙар. Бер хужалыҡта оҙаҡ ҡына йылдар бергә эшләргә насип булған, 40 йылға яҡын ветеринария хеҙмәткәре стажына эйә Риф Байғужинға ҡарата ошо фекерҙе бик тә ҙурлап әйтергә мөмкин.

Бынан алты тиҫтә йыл элек райондың Ҡалта ауылында тыуған, бала саҡтан мал ҡарап үҫкән Риф, мәктәптә 8 синыфты уңышлы тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ, Йылайыр районы үҙәгендә урынлашҡан 28-се һанлы ауыл һѳнәри училищеһенең ветеринария бүлегенә уҡырға инә. Уҡыуҙы уңышлы бѳтѳргәс, «Кѳйѳргәҙе» совхозының шул исемдәге бүлексәһендә ветфельдшер вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Үҙе һайлаған һѳнәрен яратҡан белгес эшен уңышлы башҡара. Шул уҡ ваҡытта ул белем кимәлен күтәреү хаҡында ла уйлана һәм хужалыҡ етәкселеге фатихаһы менән 1977 йылда Стәрлетамаҡ совхоз-техникумының ветеринария бүлегендә белем эстәй башлай. Уҙған быуаттың 80-се йылдары башында Риф Йәһүҙә улы «Кѳйѳргәҙе» совхозының тѳрлѳ бүлексәләрендә үҙ һѳнәре буйынса эшен дауам итә. Етәкселек, уны ѳйләнмәгән белгес булараҡ, тѳрлѳ бүлексәләргә күсерә. Бәғзе бер хеҙмәткәрҙәр бындай шарттарға риза булмай, совхоздан китеү яғын ҡарай, ә Риф Йәһүҙә улы ҡайҙа ебәрһәләр, шунда эшләүен белә. Ул саҡта хужалыҡ бүлексәләрендә мал бик ишле булды. Әйтәйек, уртаса кимәлдәгеһендә 200 баш тирәһе һауын һыйыр, шул тиклем йәш һыйыр малы, 50-60 йылҡы аҫрала ине. Ә «Үҙәк» бүлексәлә уның ҡарамағында 4 мең башҡа тиклем сусҡа, 500 баш тирәһе һимертеүгә ҡуйылған һыйыр малы, бер мең башҡа тиклем һарыҡ булды. Ошондай ҙур күләмдәге малды ветеринария яғынан хеҙмәтләндереүҙе Риф Байғужин еренә еткереп башҡарҙы, башҡаларға ѳлгѳ булды. 1994 йылда Айсыуаҡта район ветеринария станцияһының участкаһы асылғас, уны шунда эшкә саҡыралар. Ул тәүҙә бында ветеринар, хәҙер ѳсѳнсѳ йыл мѳдир булып эшләй. Участкаға әлеге ваҡытта 4 ауылда һәм ике хужалыҡта аҫралған 750-ләп һыйыр малы, 600-ләп баш ваҡ мал, 400-гә яҡын йылҡы беркетелгән. Мал кѳндѳҙ ҙә, тѳндә лә ауырығас, Риф ваҡыт менән иҫәпләшмәй, ярҙамға ашыға, ул шундай эш режимына күнегеп тә бѳткән. «Хеҙмәтенә күрә хѳрмәте» тигәндәй, Риф Йәһүҙә улы фиҙаҡәр эше ѳсѳн район Хакимиәтенең, элекке совхоздың, ветеринария станцияһының етәкселеге тарафынан күп һанлы Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Хәләл ефете Зѳһрә менән бергә татыу ғүмер кисереп, Ләйсән исемле ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары, ике юғары белем алып, Ѳфѳләге бер мәктәптә уҡыта.

60 йәшлек ғүмер үрен малсылыҡ тармағы ветераны Риф Байғужин емешле хеҙмәт, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, эш тәжрибәһен йәш белгестәр менән теләп уртаҡлашыусы булараҡ ҡаршылай.

Фото ғаилә архивынан


Читайте нас: