Все новости
Йәмғиәт
16 Февраля 2018, 13:27

ҺӘЙКӘЛГӘ СӘСКӘЛӘР ҺАЛЫНДЫ

Кисә, 15 февралдә, илебеҙҙә яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнде. Тарихыбыҙҙың һағышлы ошо датаһына бәйле район үҙәгендә Тыуған ил өсөн һәләк булғандар һәйкәленә сәскә һалыу, беҙҙең аранан ситтәге һуғыштарҙа ҡатнашып ятып ҡалған һалдаттарҙы иҫкә алыу сараһы ла уҙҙы.

Афған һуғышында булған, медицина хеҙмәте подполковнигы А. Сафонов оҙаҡ ҡына һөйләне, эсендә нимә ята, барыһын да әйтеп бөттө, ахыры. Власть килә лә китә, Тыуған ил мәңге йәшәй, тине. Бөгөн, нисек кенә матур һүҙҙәр һөйләмәһендәр барыһы ла яҡшы түгел, мәҫәлән, афған һуғышы яугиренә хәрби госпиталгә ятыуы бик ҡыйын, кемгәлер аҡсамы, башҡа нәмәме тоттормайынса ятып булмай, тине. Бөгөн Сүриәлә террорсылар менән һуғышып, үҙ-үҙен аямай Ватаны өсөн ҡорбан булғандар бар, Чечня болаһында ҡатнашҡандар бар – беҙ улар хаҡында һис ҡасан оноторға тейеш түгелбеҙ. Телмәр тотоусылар күп булманы, был датаға бәйле төп саралар 21 февралдә үтәсәк, етмәһә, көнө лә һыуыҡ, һәйкәл янына сәскәләр ятты, Афғанстанда һәләк булған 5 һалдатыбыҙ, шулай уҡ Чечняла ла баш һалған йәнә 5 яугиребеҙ быларҙың барыһын да күктәрҙән күреп торғандыр.

Айгөл ХАЛИҠОВА фотоһы

Читайте нас: