Все новости
Йәмғиәт
20 Февраля 2018, 12:34

ХӘЛДӘРЕ ТӨРЛӨСӘ

Кисә район хакимиәте башлығының кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова етәкселегендә районыбыҙҙың имам хатибтары менән кәңәшмә үтте.

Кисә район хакимиәте башлығының кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова етәкселегендә районыбыҙҙың имам хатибтары менән кәңәшмә үтте.

Районда дин мәсьәләһендә хәлдәр ҡайһылай, мәсеттәр нисек эшләүе хаҡында һөйләшелеп, 2017 йылға йомғаҡ та яһалды. Килгән муллаларҙың һәр ҡайһыһының хәле төрлөсә, бер ерҙә халыҡ дәррәү генә йөрөй мәсеткә, икенсе ерҙә аяҡ та баҫмай. Һәр кемдең үҙ ихтыярында, берәүҙе лә етәкләп алып килеп булмай. Мәҫәлән, Яманһары, Яҡут ауылдары мөъминдәре бик күпләп бара дин йортона. Бәғзе ауылдарҙа көсләп тә йөрөтөп булмай. Бер ауылда Аллаһ йортона әбейҙәр генә бара, ә бабайҙар ниңәлер йөрөмәй, икенсеһендә 60-70 йәшлектәр араһында ла: «Беҙгә әле ваҡыт етмәгән», - тип әйтеүселәр табыла икән.

Ултырышта ошо дин әһелдәре араһынан берәй лидер һайларға кәрәк, тинеләр. Төрлө саралар ойоштороп, йыш ҡына йыйылышып кәңәшләшеп, берҙәм эшләү өсөн кәрәк уларға ундай кеше. Шулай уҡ район күләмендә Мәүлит байрамын үткәргәндә лә шәп булыр ине, тигән тәҡдимдәр яңғыраны. Йыл да үткән кәңәшмә быйыл Яманһары мәсетендә үтәсәк, тип планға яҙып ҡуйҙылар.

- Һеҙ үҙегеҙҙең ауылдарығыҙҙа абруйлы кеше һаналаһығыҙ. Артабан да барыһына ла үрнәк булып, халыҡ менән тәрбиәүи эш алып барығыҙ. Берәү ҙә мәңгелек түгел, үҙегеҙҙең урынға ҡалдыра торған лайыҡлы алмаш эҙләгеҙ, - тине Люциә Тәлғәт ҡыҙы.

Автор фотоһы

Читайте нас: