Все новости
Йәмғиәт
20 Февраля 2018, 12:26

РУХЫ РИЗА БУЛҒАНДЫР

Үткән йомала ҡаланың «Рассвет» мәҙәниәт һарайында Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре буйынса Сибай драма театры артистары ҡуйған «Әүлиә» спектакле ҙур аншлаг менән үтте.

Үткән йомала ҡаланың «Рассвет» мәҙәниәт һарайында Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре буйынса Сибай драма театры артистары ҡуйған «Әүлиә» спектакле ҙур аншлаг менән үтте.

Ҡала халҡы ғына түгел, райондың Яҡшымбәт, Шәбағыш, Илкәнәй, Зәк-Ишмәт, Яманһары һәм башҡа ауылдарынан, Өфөнән дә бик күп кеше спектакль ҡарарға килгәйне. Бар тамашасы шундай матур тамашаны илай-илай ҡараны. Спектакль тамамланғас, ҡулдары талғансы сәпәкәй итеүсе тамашасыларҙың береһе лә таралырға телмәне хатта. Тағы күрһәтһәләр, тағы ла ҡарарға әҙер ине улар. Мөжәүир хәҙрәттең рухы бик риза булып быны күҙәткәндер.

Әйткәндәй, спектакль алдынан Нурия Хәлилова үҙенең йортонда Мөжәүир хәҙрәт рухына бағышлап ҡорбан салдырып, Сибай әртистәрен, әҫәрҙең авторын саҡырып Ҡөрьән уҡытты. Шулай уҡ Өфөнөң «Ихлас» мәсетенән дә ҡунаҡтар килгәйне.
Читайте нас: