Шәмбе көндө, 18 февралдә, районыбыҙҙа бик тә кәрәкле дини һәм мәҙәни сара — мөнәжәттәр, дини шиғырҙар һөйләү бәйгеһе үтте.
Ул Яңы Мораптал ауылындағы иман йортонда булды. Хаҡ динебеҙҙе өйрәнеү, таратыу, Аллаһҡа ялбарыу, маҡтау, тормош һәм үлем тураһында уйланыу, Аллаһы Тәғәләне, изгеләрҙе данлаусы күркәм был сараны Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй ислам университетын тамамлаған, Яңы Мораптал мәсетендә ислам дине нигеҙҙәрен өйрәтеү дәрестәре алып барған Нурия Нурғәли ҡыҙы Хәлилова ойошторҙо.
Иң ҡыуандырғаны — Өфөнән һәм Ғафури районынан ҡунаҡтарҙың килеүе булды: Рәсәй мөслимәләр берлегенең Башҡортостандағы филиалының рәйесе, шулай уҡ «Ихлас» мәсетенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса завучы, педагог-мөғәллимә Розалия Иҙрис ҡыҙы Халиҡова, «Ихлас» мәсетендәге Вил Ҡазыханов исемендәге әхлаҡ мәктәбенең етәксеһе Фатима Ғәбделхалиҡ ҡыҙы Фәтҡуллина.
Өфө ҡалаһынан Гөлүзә Собханғолова, Ғафури районынан Әминә Зәйнуллина һәм Гөлсирә Йомалина ханымдар ҡатнашты.
Байрамды мәсеттең имамы Ғәли хәҙрәт Дилмөхәмәтов доғалар менән асып ебәрҙе һәм уны алып барыуҙы Нурия Нурғәли ҡыҙына тапшырҙы.
Шуныһы ҡыуаныслы: Яңы Мораптал мәсетендә тәүге тапҡыр үткәрелгән был күркәм сараға йөҙҙән ашыу кеше килгәйне. Морапталдар ғына түгел, Күмертау, Зәк-Ишмәт, Үрге Бабалар, Көйөргәҙе ауылдарынан, хатта күрше Ырымбур өлкәһенең Октябрьский ауылынан һәм башҡа яҡтарҙан килеүселәр үҙҙәренә рухи аҙыҡ алып, рәхәтләнеп ял иттеләр был көндө.
Дин тормошта үҙ урыныңды табырға, әхләҡкә, әҙәпкә, иманға, сабыр булырға, төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, балаларға дөрөҫ тәрбиә бирергә өйрәтә. Бына ошо йәһәттән байрамда мәктәп уҡыусыларының да ҡатнашыуы бигерәк ҡыуаныслы булды. Иҫке Морапталдан, Яҡуттан балалар уҡытыусылары менән бергәләп килгәйне. Мөнәжәттәрҙе үҙҙәре ижад итеүселәр, төрлө сығанаҡтар аша өйрәнеп, көйгә һалып, шундай оҫта итеп башҡарыусыларҙы жюри ағзалары юғары баһаланы һәм бөтәһенә лә грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Артабан бөтә ҡунаҡтар мәсеттә ғилем алыусы шәкерттәр әҙерләгән мул байрам табынында ҡорбан ашы, былау, телде йоторлоҡ тәмле ризыҡтар менән һыйланды.
Өйлә намаҙынан һуң мәртәбәле байрамдың икенсе өлөшө башланды. Унда Өфө ҡунаҡтары Фатима, Розалия ханымдар әҙәп-әхлаҡ буйынса бөгөнгө көндә иң кәрәкле ғилем бирҙеләр.
Һүҙемде йомғаҡлап әйткәндә, был күркәм сара балалар ғына түгел, бөтәбеҙ өсөн дә белем алыу, әхләҡ тәрбиәһе (ғәйбәт, яуызлыҡтан, насар эштәрҙән тыйылып тороу, гонаһ ҡылмау, йәғни ғәйепкә һанарлыҡ, ярамай торған эш эшләмәү, әҙәпле булыу һ.б.) биреү йәһәтенән бик тә кәрәкле, әһәмиәтле булды. Яратып уҡыған гәзитебеҙ «Юшатыр» аша Аллаһ ҡушҡанды үтәп, изгелек эшләүҙән йәм табып йәшәүсе мәсеттең имамы Ғәли хәҙрәт Дилмөхәмәтовҡа, уның мәзине Миҙхәт Таңатаровҡа, мөғәллимә Нурия Нурғәли ҡыҙына һәм сараны ойоштороуҙа йүгереп йөрөүсе уның шәкерттәренә ысын күңелдән оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Байрамда ҡатнашыусылар исеменән Ришат САБАНЧИН.
Күмертау ҡалаһы