Әлеге көндә районыбыҙҙың 85 егете Рәсәй Армияһында хәрби хеҙмәттә, йәнә 13-ө контракт буйынса хеҙмәт итә, һуңғы өс йыл эсендә 10 батырыбыҙ хәрби уҡыу йорттарына уҡырға инде. Байрам уңайынан беҙ хәрби хеҙмәттәге бер-нисә егетебеҙ менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
Илшат ЮЛБАЕВ, Аҡһары ауылы:
- Мин, БР Президенты янындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһын тамамлағас, Наро-Фоминск ҡалаһында, Рәсәйҙең өлгөлө полкында хәҙмәт итәм. Әлбиттә, тәүге өс айҙа өйҙө, туғандарымды ныҡ һағындырҙы. Беҙҙә “дедовщина” тигән нәмә бөтөнләй юҡ. Көн һайын тәнебеҙҙә күгәргән-бәрелгән ерҙәр юҡмы икәнлеген тикшереп торалар. Туҡланыу яғына килгәндә, ныҡ яҡшы ашаталар. Әрмелә кәнфит ашағы килә, тиҙәр, беҙҙә кәнфит тә бирәләр. Йәшәү шарттары ла зарланырлыҡ түгел. Йәшәгән урыныбыҙ бер бүлмәле фатир һымаҡ. Һигеҙ кеше йәшәйбеҙ, унда душ, ванна, бәҙрәф, кейем киптереү бүлмәләре бар. Ай һайын 2 мең һум стипендия бирәләр. Увольнениеға бик сығармайҙар, ләкин полктың ихатаһында өс магазин бар. Ашағың килгән әйберҙе алам тиһәң, унда барыһы ла тулып ята. Биргән аҡсалары минең өсөн муйындан ашҡан, сөнки тәмлекәстәрҙе бик яратмайым, уларға аҡса сарыф итмәйем. Атай-әсәйемә, туғандарыма йыш шылтыратам, был яҡтан да проблема юҡ. Үҙемә намыҫлы хеҙмәтем өсөн Почет грамотаһы бирҙеләр һәм “Өлгөлө хеҙмәт өсөн” миҙалы тапшырҙылар. Яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн атайым Ришат менән әсәйем Зөлфиәгә ҙур рәхмәтлемен. Уларға ла хеҙмәт иткән еремдән Рәхмәт хаты ебәрҙеләр. Яҡташтарыма, Көйөргәҙе халҡына, ауылдаштарыма, туғандарыма ҡайнар сәләмдәремде еткерәм!
Айтуған ШАҺМАНОВ, Күмертау ҡалаһы:
– Хәҙер өсөнсө ай Ватан алдындағы изге бурысымды үтәйем: Хабаровск ҡалаһында хеҙмәт итәм. Һалдат тормошо оҡшай. Әле кәрәкле хәрби һөнәргә уҡыталар. Ашау яғына зарланмайбыҙ, тамаҡ туҡ. Бында «дедовщина» тигән нәмә юҡ. Шуныһы ҡыуандыра, бергә хеҙмәт иткән яҡташтарым да бар. Рәхәтләнеп аралашабыҙ.
Элекке һымаҡ өйгә һалдат хаттары яҙыу йолаһы бөттө бит инде. Аҙнаһына бер тапҡыр кеҫә телефонынан ғаиләбеҙгә шылтыратып хәл-әхүәл белешеп, һөйләшеп торабыҙ. Бигерәк тә әнейҙең яғымлы тауышын ишетеүе күңелде күтәрә, дәрт-көс өҫтәй. Яҡташтарымды – күмертауҙарҙы, көйөргәҙеләрҙе – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым.
Айгиз ӘХТӘМОВ, Илкәнәй ауылы:
- Хәлдәрем, Аллаға шөкөр, яҡшы. Һәр һалдатҡа ла әрме талаптарына өйрәнеп китеүе ауырыраҡ булған кеүек миңә лә башта ҡыйыныраҡ ине. Һалдат итеге кейгәндәр сынығыу үтергә тейеш тигән һымаҡ, мине лә тәүҙә ҡыйырһытырға маташтылар, әммә бирешмәнем, мин бит ауыл малайы. Хәҙер үҙем “дед” булдым, Алла бирһә, өс айҙан тыуған яҡҡа ҡайтасаҡмын. Тыуған ер һағындыра, ата-әсәнән, туғандарҙан йыраҡ булғас, уйландырыла ла. Яҡындарыма шылтыратып аралашып торабыҙ. Тәүҙә телефонда аҙнаһына бер тапҡыр ял көндәрендә 3-4 сәғәт кенә һөйләшергә мөмкинлек бирһәләр, хәҙер йыш һөйләшәбеҙ. Түбәнге Новгород өлкәһендәге Мулино поселогында хеҙмәт итәм. “Юшатыр” гәзите уҡыусыларына, яҡындарыма ҡайнар сәләмдәремде әйтәм.
Авзал ВӘЛИДОВ, Яңы Таймаҫ ауылы:
- Бала саҡтан хәрби кеше булырға хыялландым. Аллаға шөкөр, Жуков орденлы Һарытауҙағы Ҡыҙыл байраҡлы хәрби институтҡа уҡырға индем. Атай-әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерергә тырышмайым, тырышып уҡыйым. Уҡырға ингәс тә беҙгә: «Уҡырға инә алмағандар ҡыуанығыҙ, ә уҡырға ингәндәр ғорурланығыҙ», - тип әйткәйнеләр. Ошо һүҙҙәрҙе иҫтә тотоп биш йыл уҡыу дәүерендә лә үҙемде һынатмам, тип уйлайым. Барыһы ла оҡшай, өй генә ныҡ һағындыра, әммә егет кеше түҙергә тейеш. Ашау яғы ла яҡшы, шулай ҙа әсәйем бешергән аштарға етмәй инде. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре телефон бирәләр, ватсаптан видео аша яҡындарым менән бер-беребеҙҙе күреп, рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ. Ҡыйырһытыу юҡ беҙҙә, аҙнаһына бер тапҡыр увольнениеға сығаралар. Ай һайын 1700 һум стипендия бирәләр.
Әле беҙҙе май-июль айҙарында футбол буйынса Татарстанда үтәсәк донъя чемпионатына әҙерләйҙәр.
Мөмкинлектән файҙаланып яҡташтарыма сәләмдәремде әйтәм һәм барлыҡ ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайым.
Вильнур СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбәт ауылы:
- Свердловск өлкәһендәге Елань хәрби ҡаласығында хеҙмәт итәм. Әле хеҙмәтемә өс кенә ай булды. Нисек инде тыуған яҡты, яҡындарыңды һағынмайһың? Барыһы ла һағындыра. Һөйләшеп торорға телефондар һәр саҡ үҙебеҙ менән булыуы ҡыуандыра. Ашауҙы ныҡ ҡарайҙар, тәмле итеп төрлөләндереп бешерәләр. Ҡыйырһытмайҙар, барыбыҙға ла бер тиң ҡарайҙар. Хеҙмәт иткән ерем оҡшай, ҡайсаҡта үҙемде хатта ял йортонда кеүек хис итәм.