Все новости
Йәмғиәт
22 Февраля 2018, 13:27

«ТЕРЕ ШАҺИТ»

Быйыл Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 29 йыл тулды. 9 йыл да 51 көн дауам иткән һуғышта республикабыҙҙан 10 меңдән ашыу егет үҙенең хәрби бурысын үтәне. Унда 343 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө. 15 февраль рәсми «Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнө» тип иғлан ителгән. Афған һуғышы ветерандары өсөн был көн күптәнге дуҫтарҙы, таныштарҙы күреп, хәлдәрен белешеү, үткәндәрҙе иҫкә алыу мөмкинлеге лә. Беҙ ҙә ошо сараларҙан ситтә ҡалманыҡ.

«Тере шаһит» тип аталған осрашыуҙы тәрбиәселәребеҙ Лилиә Рәми ҡыҙы Хисмәтуллина менән Эльмира Сабир ҡыҙы Рәхмәтуллина уҡыусыларҙы Афғанстан һуғышы менән таныштырыу, уларҙың белемдәрен киңәйтеү, Ватаныбыҙға һәм уның батырҙарына ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсаты менән ойошторҙо.

Был сараға хәрби бурысын Афғанстан ерендә үтәгән 3-сө БРГИ-ның физкультура уҡытыусыһы Рим Вәлмөхәмәтов, шоферыбыҙ Илдар Алтынсурин, Алик Сынбулатов һәм Күмертау афғансылары ветерандары союзы рәйесе Муаед Мәмбәтов саҡырылды.

Кисә барышында улар хеҙмәт иткән ваҡыттарын иҫкә алды, сит илдәрҙә йәшәгән, ләкин әле булһа бәйләнештә торған яуҙаштары тураһында һөйләне. Уҡыусылар иһә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, һуғышҡа бөтөнләй икенсе яҡтан иғтибар итте, яңыса ҡараны. Йәнле осрашыу ваҡытында уҡыусылар һалдаттарға арналған шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап, ҡунаҡтарыбыҙҙың күңелдәрен күтәрҙе.

Сараға саҡырылыусыларыбыҙҙың күкрәктәрен батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн бирелгән орден, миҙалдар биҙәй. Күҙҙәрендә һағыш хистәре, ә күңелдәрендә һуғыш ҡалдырған тәрән яра булыуына ҡарамаҫтан, Ватан талап иткән осраҡта, улар йәнә лә ил һағына баҫырға һәр ваҡыт әҙер.

Гөлдәриә ҒАЙСИНА,
3-сө БРГИ-ның 10-сы синыф уҡыусыһы
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: