Все новости
Йәмғиәт
22 Февраля 2018, 13:33

УЛ ЙЫЛДАРҘЫ ИҪКӘ АЛҒАНДА

«Ғүмер буйы оноторлоҡ түгел» тип исемләнгән хәтер кисәһе Яңы Мораптал ауылының Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейында үтте.

«Ғүмер буйы оноторлоҡ түгел» тип исемләнгән хәтер кисәһе Яңы Мораптал ауылының Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейында үтте.

Кисәгә ауылыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалдары, Афғанстан ерендә интернациональ бурыстарын үтәп, ил йөрәгенә ҡан һауҙырған һуғыш афәтенән, тау-таш араһында барған алыштарҙан, ҡыҙыу ут нөктәһенән тыуған ауылыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан мөхтәрәм егеттәребеҙ Раиф Рәүеф улы Мифтахетдинов, Ринат Ғәли улы Төхвәтуллин, Раиф Мифтахетдиновтың әнейе Зоя апай, Баязит Бикбай исемендәге мәктәп уҡытыусылары Розалия Юнир ҡыҙы Сәғитова, Розалия Фәнил ҡыҙы Әбделмәнова, уҡыусылар саҡырылды. Ул йылдарҙы иҫкә алғанда яугир Раиф Рәүеф улының күҙҙәренә йәш тулды. Әсәһе Зоя апай ғәзиз улынан нисек хаттар көтөүен, йоҡоһоҙ төндәр үткәреүен — почта таратыусының йортона барып аптыратып йөрөүҙәрен иҫкә алды. Мораптал ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Аскар Исәт улы Кинжалеев, ветерандар советы рәйесе Рәмил Фазылйән улы Рәжәпов яугирҙәрҙе ҡотланы. Венгрия ерендәге бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугир ветеран Рәүил Шәмсетдинов үҙенең хеҙмәт йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уҡыусылар өсөн аҡһаҡалдар Йәдкәр Әбдрәшитов, Тәлғәт Әхмәтшиндарҙың теләгән теләктәре бик фәһемле булды. Илебеҙҙә башҡаса ҡан ҡойош булмаһын, күк йөҙө аяҙ торһон тигән теләк менән Алина Юлдашева йыр йырланы. Музей мөдире Әлфирә Салауат ҡыҙы Ниғмәтуллина яугир-ветерандарға иҫәнлек-һаулыҡ теләп, тере сәскәләр бүләк итте. Хәтер кисәһе тәмле сәй өҫтәле артында дауам итте.

Нәсимә ШӘМСЕТДИНОВА
Яңы Мораптал ауылы

Читайте нас: