Все новости
Йәмғиәт
22 Февраля 2018, 12:39

ЗАЛ ҠЫСҠЫРЫП КӨЛӨРГӘ ТОТОНДО

Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында яңыраҡ Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, баш ҡаланы көлкөнән дер һелкетеп, шаулап үтеп китте. Быйыл барлығы 10 команда ҡатнашты. Ә уларҙың араһында беҙҙең «Юшатыр» йәштәр ойошмаһы исеменән Күмертау ҡалаһы егеттәре – «Шаҡмаҡ» командаһы сығыш яһаны. Бик ғорурландым улар өсөн! Тиҙ арала яҡташыбыҙ Юлдаш Аҡсурин менән бәйләнешкә сығып, был фестиваль тураһында барыһын да һораштым, ул иһә рәхәтләнеп яуап бирҙе.

Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында яңыраҡ Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, баш ҡаланы көлкөнән дер һелкетеп, шаулап үтеп китте. Быйыл барлығы 10 команда ҡатнашты. Ә уларҙың араһында беҙҙең «Юшатыр» йәштәр ойошмаһы исеменән Күмертау ҡалаһы егеттәре – «Шаҡмаҡ» командаһы сығыш яһаны. Бик ғорурландым улар өсөн! Тиҙ арала яҡташыбыҙ Юлдаш Аҡсурин менән бәйләнешкә сығып, был фестиваль тураһында барыһын да һораштым, ул иһә рәхәтләнеп яуап бирҙе.

Юлдаш АҠСУРИН:

«Беҙҙең «Шаҡмаҡ» командаһы 2014 йылда РПЛИ-ның 11-се кластары араһында барлыҡҡа килде, сөнки лицей эсендә КВН үткәрелгәйне. 1-се урынды яулағас, беҙгә ҡала эсендә үткәреләсәк «Шаяниум»ға путевка бирҙеләр. Ул яҙ һайын үткәрелеп килә. Үҙебеҙҙең сығыш менән бында ла һынатманыҡ, 2-се урынға өлгәштек. Ә 2015 йылда инде беҙ, ниһайәт, «Гран-при» оттоҡ, команда капитаны Илсур Боҫҡанов иһә «Иң шәп ир-егет роле» номинацияһында еңеүсе булды.

2015 йылдың көҙө. Башҡорт йәштәре КВН-ы быйыл беҙҙең Күмертауҙа үтәсәк, тигән хәбәр ишеттек. Ә беҙ 11-се класта инек, БДИ яҡынлашып килә – шуға күрә ярыштан баш тартырға ла уйлап ҡуйҙыҡ. Шул ваҡытта үҙебеҙ тураһында: «Улар командалар аҙ булғанға күрә еңгән бит», – тигән хәбәрҙәрҙе ишеткәс, был беҙгә тағы ла нығыраҡ сәм өҫтәп ебәрҙе. Шунан башланып китте лә инде көслө әҙерлек. Башта – БДИ, ә кистәрен репетицияларға ашыҡтыҡ.

Уйын көнө килеп еткәс, ныҡ ҡурҡтыҡ, әлбиттә, сөнки өҫтөбөҙгә ҙур яуаплылыҡ алдыҡ, беҙҙе Күмертау халҡы ла, дуҫтар ҙа, яҡындарыбыҙ ҙа ҡарарға килгәйне ул көндө. Бирешмәнек, бар булған көсөбөҙҙө һалып, фестивалдә еңеп сыҡтыҡ.

Аҙаҡ, Башҡорт йәштәре лигаһына саҡырғайнылар, тик быныһынан инде баш тартырға тура килде: теләгебеҙ бик ҙур булһа ла, уҡыу алғы планда торҙо. БДИ-ны тапшырғас, барыбыҙ ҙа төрлө уҡыу йорттарына уҡырға индек.

Ҡайҙа ғына булһаҡ та, КВН-да ҡатнашыу теләге бер ҙә һүнмәне. Беҙ кисергән хистәрҙе күптәрегеҙ аңлайҙыр инде: көнө-төнө репетициялар, сценарий өҫтөндә эшләү. Беҙгә шулай оҡшай ине. 2016 йылда ла фестивалдә ҡатнашырға уйлағайныҡ, тик капитаныбыҙ Илсурҙы әрме сафтарына оҙатҡас, уны көтөргә булдыҡ, унһыҙ команданы күҙ алдына ла килтереп булмай ине. Бер йылдан һуң беҙ тағы ла ҡатнашырға теләк белдерҙек, тик Ислам Шәмсетдинов, Илсурҙы көтә алмайынса, әрмегә китеп барҙы.

Ә хәҙер беҙ – Илшат Дәүләтшин, Айнур Низаметдинов, Илсур Боҫҡанов һәм мин, башҡорт асыҡ лигаһына әҙерлек башланыҡ. Бөтәбеҙ ҙә төрлө ҡалаларҙа уҡып йөрөгәс, сценарий өҫтөндә эшләү ауырға тура килде, репетициялар тураһында һүҙ ҙә юҡ! Сценарийҙы иһә Федоровка районында, Илшатта ҡунаҡта саҡта, тамамлап ҡуйҙыҡ. Бер көн ҡалғас, Өфөлә осраштыҡ, һәм беҙгә стилебеҙҙе үҙгәртергә ҡуштылар. Төнө буйы шуның өҫтөндә ултырҙыҡ.

Уйын башланыр алдынан ныҡ борсолдоҡ: кешеләр шаяртыуыбыҙҙы аңламаҫ кеүек тойолдо, ҡурҡтыҡ. Бына сығышыбыҙ килеп етте. Илсурҙың беренсе һүҙҙәре... һәм барлыҡ зал ҡысҡырып көлөргә тотондо... күңелгә шатлыҡ тулды, уйын бөткәнсе рәхәтләнеп ысын күңелдән сығыш яһаныҡ.

Беҙҙең иң алдынғы маҡсат ошо Башҡорт асыҡ лигаһына үтеү ине, 3-сө урынды яулауыбыҙ көтөлмәгән шатлыҡ булды».

Гөлназ ҒӘББӘСОВА,
БДПУ-ның 3-сө курс студенты.
Өфө ҡалаһы

Читайте нас: