2017 йылда Өфө дәүләт нефть университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, әлеге көндә Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығында эшләп йөрөгән Ермолаево һылыуы Розалина Ғисмәтуллина республиканың иң гүзәл ҡыҙҙары ҡатнашасаҡ «Һылыуҡай — 2018» конкурсының һайлап алыу турына үтте.
- Конкурсты ойоштороусылар әйтеүенсә, был бәйгегә барлығы 500 тирәһе заявка килгән. Шулар араһынан 40 ҡыҙ ғына 2 турға үтте. Ә финалға 12 һылыуҡай ғына һайлап алынды. Улар араһында булғаныма бик шатмын. Ысынын әйткәндә, конкурсҡа үтеремә ышанғайным. Минең бындай бәйгеләрҙә арыу ғына тәжрибәм дә бар. Шулай ҙа бер аҙ ҡурҡытты ла, сөнки конкуренция ҙур ине. Мартта үтәсәк конкурсты тулҡынланыу менән көтәм. Мин унда Көйөргәҙе районы исеменән лайыҡлы сығыш яһармын, тип уйлайым. Шулай уҡ «Һылыуҡай — 2018» булырыма ла өмөтөм ҙур, - ти яҡташыбыҙ.