Все новости
Йәмғиәт
2 Марта 2018, 17:46

«БЕҘҘЕҢ ИЛГӘ УНДАЙ ЕГЕТТӘР БИК КӘРӘК»

Әрме сафына оҙатҡан саҡта буласаҡ һалдаттарға һәр ваҡыт изге теләктәр теләйбеҙ, наказдарыбыҙҙы әйтәбеҙ. Рәсәй Армияһының 100 йыллығы уңайынан түбәндә Яңы Мораптал ауылында тыуып үҫкән, 25 йыл буйы уҡытыусы булып эшләгән, 10 бала тәрбиәләп үҫтергән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, бик күп йылдар силсәүит рәйесе вазифалаларын башҡарған Абдулла Хәсән улы Вахитовтың (1900-1997) 1960 йылдар тирәһендә һалдаттарҙы армияға оҙатҡан саҡта әйткән теләктәре бирелә. Абдулла Вахитовтың үҙ ҡулдары менән яҙған был дәфтәр битен уның ҡыҙы Лениза Ғәлимова беҙгә алып килде.

«Иптәштәр! Беҙ бөгөн Совет армияһына хеҙмәт итергә китеүсе йәш егеттәрҙе тәбрикләргә һәм уларға үҙебеҙҙең наказдарыбыҙҙы әйтер өсөн йыйылдыҡ. Был осрашыу - маҡтауға лайыҡлы эш.

Армия сафына барыусы егеттәребеҙҙең Бөйөк Ленин комсомолы сафында тәрбиәләнеүселәр булыуы беҙҙе тағы ла шатландыра.

Комсомол Советтар Союзы Коммунистар Партияһының тоғро һәм ышаныслы ярҙамсыһы булды, киләсәктә лә шулай булып ҡаласаҡ.

Беҙҙең Совет Армияһында хеҙмәт итеү үҙе бер ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ бит ул. Һеҙ, егеттәр, төрлө частәргә барырһығыҙ, төрлө хәрби техниканы өйрәнерһегеҙ. Ана шул техниканы ныҡлап, тырышып өйрәнеүегеҙҙе беҙ һеҙҙән ныҡлап талап итәбеҙ.

Армия тәртипте ярата, командирҙар ҙа һеҙҙән шуны талап итер. Был бик урынлы эш. Әгәр һеҙ яҡшы хеҙмәт итһәгеҙ, войсковой частәрҙән һеҙҙе маҡтап хаттар килер. Беҙ, ауылдаштарығыҙ, уның өсөн шатланырбыҙ. Атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә ҡыуаныр.

Беҙ — өлкән быуын кешеләре. Беҙҙең дә улдарыбыҙ булды, үҫтеләр. Тик уларға, хәҙерге шикелле тыныс хеҙмәт тура килмәне. Минең ике улыма ла, 10-сы класты ла бөтөрмәйенсә, үк һуғышҡа китергә тура килде. Яҡшы, дисциплиналы, тырыш һуғышсылар булғандары өсөн һуғыш бөткәс тә командованиелары икеһен дә военный академияға уҡырға алды. Икеһе лә военный академия бөтөрөп сыҡты.

Беҙҙең теләк һеҙгә лә шул: тырышып хеҙмәт итегеҙ, Ватаныбыҙ йөҙөнә ҡаралыҡ килтермәгеҙ, Ватаныбыҙҙың ысын патриоты булығыҙ. Хеҙмәт срогын тултырғас, колхозға ҡайтығыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ военный академияларҙа уҡып, юғары хәрби белем алығыҙ. Беҙҙең илгә ундай егеттәр ҙә бик кәрәк. Һеҙгә хәйерле юл теләйбеҙ, иптәштәр!»
Читайте нас: