Белеүегеҙсә, күптән түгел генә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы янында Көньяҡ район-ара «Ғаилә» дәүләт бюджет учреждениеһы булдырылып, унда эшкә яңы белгестәр килде. Көйөргәҙе районындағы был бүлекте Наталья Савенкова етәкләй. Уларҙың әлегә үҙҙәренең ултырыр урындары юҡ, ваҡытлыса Ермолаеволағы социаль приют бинаһының бер ҡыҫынҡы ғына бүлмәһендә урынлашҡандар. Беҙ Наталья Ивановна менән осрашып, яңы ойошманың ниндәй эштәр башҡарасағы хаҡында әңгәмәләштек.
Малик Ильясов: Ғаилә йылы башланып тора. Бына мине иң тәүҙә ябай граждан, атай, район һәм ил кешеһе булараҡ һеҙҙең бүлектең ни өсөн төҙөлөүе, Хеҙмәт министрлығының да икенсе исем алыуы тураһында белге килә.
Наталья Савенкова: Заман менән бергә атларға теләйҙәрҙер. Элек Хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығы нигеҙҙә имен булмаған, социаль яҡтан хәүефле, аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләр менән генә шөғөлләнде. Хәҙер инде беҙ бындай ғаиләләр менән генә түгел, ә яҡшы, өлгөлө ғаиләләр менән дә шөғөлләнергә теләйбеҙ. Яҡшы йәшәгән ғаиләләрҙә лә ҡайһы бер саҡ хәл итә алырлыҡ низағтар, бер тапҡыр ғына булған конфликт килеп сыға. Ошондай осраҡтарҙа, ғаиләгә дөрөҫ ярҙам күрһәтеп, уны һаҡлап ҡалырға кәрәк буласаҡ. Ундай ғаиләләр мөрәжәғәт итә алһын өсөн, беҙҙә психолог та бар. Беҙгә йәш ғаиләләр ҙә, оло йәштәгеләр ҙә килә ала.
Малик Ильясов: Ә быға тиклем уларға быны эшләр өсөн нимә ҡамасаулаған һуң? Шул уҡ ғаилә институттары элек тә булды бит.
Наталья Савенкова: Уларҙың мөмкинлектәре булмағандыр, күрәһең.
Малик Ильясов: Бына һеҙҙең иң төп эш — ғаилә. Ғаилә — ул йәмғиәт ячейкаһы. Ғаилә ныҡлы булған һайын, ил дә ныҡлы, тип элек-электән әйтә киләбеҙ. Хәҙер статистиканы алып ҡарайыҡ: ғаилә мөнәсәбәттәре буйынса хәл насарая, айырылышуҙар күбәйә.
Наталья Савенкова: Эйе, хәҙер элекке ваҡыттағы кеүек ғаиләләр юҡ тиерлек. Әхлаҡи яҡтан да үҙгәрештәр күҙәтелә. Элек ғаиләне беҙ әсәй, атай һәм бер нисә бала тип күрә инек. Мосолман ғаиләләре беҙҙең өсөн өлгө булып торҙо. Шулай уҡ рус һәм башҡа милләт ғаиләләрендә лә ололарға, ата-әсәгә ҡарата хөрмәт тигән нәмә һәр ваҡыт булды. Бик күптәр ата-әсәһе менән бергә йәшәне, балалары оло йәштәге ата-әсәһен ҡараны. Хәҙер шундай осраҡтар ҙа күп: балаңды насар тәрбиәләнең икән, ҡарт көнөңдө ҡарттар йортонда үткәрергә йә яңғыҙ йәшәргә лә тура килә. Ни сәсәләр, шуны уралар килеп сыға.
Малик Ильясов: Хәҙер ғаилә, иҡтисад, социаль мәсьәләһе яғынан һәр ваҡыт 90-сы йылдарға һылтаналар. Бөтә нәмәлә лә 90-сы йылдар ғәйепле. Кризис та шуның өсөн килеп сыҡты, тиҙәр.
Наталья Савенкова: Бөтә нәмә лә ғаиләнән килә. Әгәр ғаилә яҡшы икән, 90-сы йыл булһа ла, ниндәй йыл булһа ла, улар был осорҙо дөрөҫ һәм яҡшы итеп үткәреп ебәрә беләсәктәр.
Малик Ильясов: Республикала йәшәгән 50%-ҡа яҡын халыҡ тулы булмаған ғаиләле тине яңыраҡ Рөстәм Хәмитов. Был 50%-тың ғаиләһендә йә атай, йә әсәйҙең юҡлығын аңлата. Минең ҡарашҡа был бик ҡурҡыныс хәл.
Наталья Савенкова: Шулай шул. Бик күп әсәләр балаларын яңғыҙҙары тәрбиәләй. Атайһыҙ малай тәрбиәләгәндәр улдарына барыбер етерлек ир тәрбиәһе биреп бөтә алмай. Атай тәрбиәһе бик кәрәк балаға.
Малик Ильясов: Һеҙҙеңсә ни өсөн ныҡлы ғаиләләр килеп сыҡмай һуң?
Наталья Савенкова: Барыһы ла тәрбиәнән килә. Бала ояһында ни күрә - шуны ҡабатлай. Яҡшы мөнәсәбәтле ғаиләлә тәрбиәләнгән кеше үҙенең ғаиләһенә лә шул уҡ һәйбәт традицияларҙы алып килә.
Малик Ильясов: Бәлки, был хәлгә глобализация ныҡ тәьҫир итәлер?
Наталья Савенкова: Шулайҙыр. Иҡтисад та тәьҫир итә инде. Шулай уҡ эшһеҙлек тә. Мәктәптәрҙә лә элек рухи-әхлаҡи тәрбиәгә ныҡлы иғтибар бирелде. Хәҙер бына шул яҡтан эш тағы ла алып барыла башланы, әлбиттә.
Малик Ильясов: Ә һеҙ үҙегеҙҙең хеҙмәттән берәй файҙа булырына ышанаһығыҙмы?
Наталья Савенкова: Ышанам, һәр ваҡыт ышанырға, ышаныс менән йәшәргә кәрәк.
Малик Ильясов: Беҙҙә ғәҙәттә эште кәрәкле урындан башламайҙар. Ҡаланы түгел, ә башҡа теләһә ҡайһы ауыллы районды алып ҡарайыҡ. Ауылдарҙа кеше һаны кәмей бара.
Наталья Савенкова: Эйе, тыуым кәмей.
Малик Ильясов: Тыуым ғына кәмемәй, ә үлеп тә бөтөп барабыҙ. Теләһә ҡайһы ауылды алып, 10-15 йыл элекке халыҡ иҫәбен алып ҡараһаң да был яҡшы күренә. Бына тиҙҙән һайлау. Һайлауға кешеләрҙе эҙләп тә табып булмай, сөнки берәү ҙә ауылда кем ысынлап та йәшәй, кем йәшәмәй икәнен белеп тә бөтмәй. Ҡағыҙҙа кеше бар, ә ул кеше үҙе ҡайҙалыр Өфөләме, Мәскәүҙәме, Норильскиҙамы йәки башҡа ерҙә йөрөй. Әгәр тик ысынлап ауылда йәшәгән кешеләрҙе генә һанаһаҡ, тағы ла аҙыраҡ һан килеп сыға. Шул уҡ ваҡытта беҙ һаман да ниндәйҙер учреждениелар асабыҙ. Ауылды ғына алып ҡарайыҡ. Унда силсәүиттән башҡа депутат та, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ветерандар советы, ағинәйҙәр, ЗАГС, мәктәп һәм ундағы ата-әсәләр комитеты бар. Старосталар ҙа һайлап ҡуйҙылар, тиҙҙән тағы ла атайҙар советы ла буласаҡ. Шуларға тағы һеҙ ҙә өҫтәләһегеҙ.
Наталья Савенкова: Беҙҙең бит эштәр уларҙыҡына ҡарағанда ла күберәк. Беҙ шулай уҡ мохтаж ғаиләләрҙе лә асыҡлаясаҡбыҙ. Яңғыҙ ҡалған оло кешеләрҙе ҡарттар йортона, инвалидтарҙы интернаттарға урынлаштырыу эшен дә башҡарабыҙ. Элек соцобес бының менән шөғөлләнһә, хәҙер был эштәрҙең барыһы ла беҙҙең ҡарамаҡта.
Малик Ильясов: Бер учреждениены бөтөрөп, икенсеһен асыу, аҡса түгеү генә түгелме һуң был?
Наталья Савенкова: Иҡтисади яҡтан экономия килеп сыға, тип уйлайым. Соцобестарҙа нисә кеше эшләй торғайны һуң? Беҙҙә 4 кенә кеше эшләйәсәк. Әлегә беҙ икәү генәбеҙ.
Малик Ильясов: Бына һеҙҙең ойошманың төп маҡсаты — тыуымды арттырыу. Быны нисек атҡарып сығырға уйлайһығыҙ?
Наталья Савенкова: Беҙ ЗАГС менән бергә эшләйәсәкбеҙ. Йәш ғаиләләр менән эшләргә тейешбеҙ. Улар менән психолог та һөйләшәсәк.
Малик Ильясов: Бына ғаилә пары килде, ти, айырылышабыҙ тип. Һеҙ уларға нимә тип әйтәсәкһегеҙ?
Наталья Савенкова: Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Беҙ уларҙың проблемаларының төбөнә төшөп, аңлап, ғаиләне һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәкбеҙ. Бәлки, уларҙың был берҙән-бер генә алама осрағылыр, бәлки, хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеп булалыр. Шуларҙың барыһын да тикшерәсәкбеҙ.
Малик Ильясов: Һеҙ бына тыуымды нисек итеп арттырасаҡһығыҙ? Өйҙәр буйлап йөрөйәсәкһегеҙме?
Наталья Савенкова: Киң мәғлүмәт саралары, һеҙҙең аша пропаганда эше алып барасаҡбыҙ. Шулай уҡ аборттарҙы кәметеү өсөн акушер-гинекологтар менән дә бәйләнеш булдырыласаҡ. Күп балалы ғаиләләрҙең яҡшы миҫалдары хаҡында һөйләшеп, төрлө осрашыуҙар ойоштороласаҡ.
Малик Ильясов: Аңлашыла. Шулай ҙа, алдан әйткәнемсә, беҙ янғынды кәрәк түгел урында һүндерәбеҙ. Иҡтисад яғынан ярҙам булмаһа, бер кемде лә бала табырға өндәп булмай, минеңсә. Сабый балалар баҡсаһына барғас та уҡ, мәктәптә лә бөтә нәмәгә аҡса һорайҙар. Поликлиникаға барһа, тағы ла аҡса талап итәләр. Аҡсаң булмаһа, бер нәмә лә эшләп булмай. Бына шундай шарттарҙа кешенең бала тапҡыһы килерме икән?
Наталья Савенкова: Эшләргә кәрәк инде. Аҡсаһыҙ йәшәп булмай, әлбиттә. Һәр проблеманан сығыу юлын табырға мөмкин. Беҙ һәр ваҡыт яҡшыға өмөтләнеп йәшәргә тейешбеҙ.
Малик Ильясов: Ирҙәргә эш юҡ, ғаиләләрен ташлап Себер тарафтарына сығып китәләр.
Наталья Савенкова: Беҙ эш хаҡын арттыра алмайбыҙ. Һүҙ ярҙамы ғына күрһәтә алабыҙ. Ауылда эшләйем тиһәң, эш күп. Мал аҫрап та, баҡса үҫтереп тә йәшәп була. Бары тик тырышырға ғына кәрәк.
Малик Ильясов: Ауылдарҙа кеше генә түгел, ә эре мал да кәмей бара. Әгәр мал аҫрауҙан файҙа булһа, аҫрарҙар ине. Бына Ермолаевола ғына күпме баҡса була торғайны. Хәҙер юҡ. Баҡса үҫтереүҙең дә файҙаһын күрмәй халыҡ.
Наталья Савенкова: Шулай инде, барып һатып алыу рәхәт бит. Тик үҙең өсөн генә баҡса үҫтерһәң дә, мал тотһаң да, күпкә отошло, тип уйлайым.
Малик Ильясов: Инвалид балалар менән дә һеҙ шөғөлләнәсәкһегеҙме?
Наталья Савенкова: Эйе. Әйткәндәй, бына Шәбағыш ауылындағы инвалид балаға ярҙам итә алдыҡ бит.
Малик Ильясов: Ярай, бер балаға ярҙам иттек, ти. Ярҙамға мохтаждар илдә күп. Был һорауҙы мин күп кешегә бирҙем инде. Ауыр хәлдәге кешене дауалау өсөн беҙ СМС менән аҡса йыябыҙ. Шул уҡ ваҡытта кемдер көнөнә 6 млн һум эш хаҡы ала. Күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?
Наталья Савенкова: Юҡ, күҙ алдына килтерә алмайым. Беҙҙең дә эш хаҡы аҙ.
Малик Ильясов: Шул уҡ ваҡытта ябай халыҡҡа бала табығыҙ, тиҙәр. Күбеһенсә шул уҡ имен булмаған ғаиләләр 300 мең һум, әсәлек капиталы алыр өсөн бала табасаҡ бит, тигәйне юғарыла ултырған берәү. Уға: «Тапһындар. Дәүләт ярҙамы менән үҫтерербеҙ әле», - тип яуапланылар. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең дә бит 2-3%-ы ғына кеше булып китә. Уларҙың 40-50%-ы эскелек, наркотик менән мауыға. Шулай уҡ үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар ҙа бар араһында.
Наталья Савенкова: Шулай инде. Ғаиләлә нимә күргәндәр, шуның менән донъяға сығалар. Эскесе ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн, талашып-һуғышып йәшәү нормаль күренеш булып күренә.
Малик Ильясов: Бына суицидҡа килгәндә лә. Кемдер үҙ-үҙенә ҡул һалды икән, уның өсөн силсәүит башлығы яуап бирә.
Наталья Савенкова: Эйе, шул яғы бар. Бөтә яуаплылыҡ урындағы власҡа төшә.
Малик Ильясов: Эскән кешене лә бер яҡтан ғәйепләп булмай. Ул кешенең эсендә нимә ятҡанын белмәйбеҙ беҙ. Тағы ла һорау шул аҡсаға килеп төртөлә. Аҡсаһыҙ нисек кешегә ярҙам итәһең? Кешенең бит һәр ваҡыт ашағыһы килә. Шулай уҡ эш менән дә тәьмин итеп булмай.
Наталья Савенкова: Тик һүҙ менән, психологик ярҙам ғына итә алабыҙ.
Малик Ильясов: Сит илдә хатта төрмәнән сыҡҡан кешегә лә эш әҙерләп ҡуялар, төрлө яҡлап ярҙам итәләр. Беҙҙә ундай кешеләргә ярҙам юҡ. Сығалар ҙа, кире шунда уҡ китәләр.
Наталья Савенкова: Ул юҫыҡта ла эш башланып тора.
Малик Ильясов: Йәш ғаиләләргә торлаҡ алыу өсөн дә ярҙам юҡ. Уларға иң тәүҙә торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Шуның өсөн бала табырға ашыҡмайҙар әле улар.
Наталья Савенкова: Кемдәндер көтөп ултырырға түгел инде. Эшләргә, тырышырға кәрәк. Тырышмаған кешегә беҙ ҙә ярҙам итә алмайбыҙ. Йәшәйем тиһәң, кемдер балыҡ алып килгәнен көтөп ултырмаҫҡа, ә үҙеңдең ҡулыңа ҡармаҡ алырға тейешһең.
Малик Ильясов: Шул уҡ кредиттарҙы алып ҡарайыҡ. Канадала, мәҫәлән, 2% менән бирәләр, ә беҙҙә? Унда ипотека түләү һиҙелмәй ҙә. Ябай халыҡҡа иғтибар күп булырға тейештер. Шул уҡ эш урындары. Кешеләр Себер сапмаҫтар ине. Һанай китһәң, проблемалар етерлек инде. Һеҙ әле ниндәй эштәр башлап өлгөрҙөгөҙ?
Наталья Савенкова: Эште башлап та ебәрҙек. Оло йәштәгеләрҙе ғаиләгә алыу эшен башҡарабыҙ әлеге ваҡытта. Ермолаевола һәм Арыҫлан-Әмәкәстә ике кеше ғаиләһенә оло кешене алырға йыйына ла инде. Шулай уҡ социаль магазиндың эшен яңыртып ебәрергә уйлайбыҙ. Пенсионерҙар ғына түгел, ә башҡалар ҙа килә алырлыҡ социаль бөҙрәхана ла буласаҡ тиҙҙән. Кәрәк булһа, силсәүит, депутаттар менән бергә имен булмаған ғаиләләргә лә сығасаҡбыҙ. Ғаилә һаҡланып ҡалһын өсөн, ғаиләлә мөхәббәт, бер-береңә хөрмәт тигән нәмә булырға тейеш. Балаға атай ҙа, әсәй ҙә кәрәк, шуларҙы онотмаһындар, һәр саҡ иҫтә тотһондар ине тигән теләктә ҡалам.
Малик Ильясов: Әңгәмәгеҙ өсөн, ҙур рәхмәт! Башланып ҡына торған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!