28 февралдә Яҡшымбәт ауыл хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов, ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөлшат Ахунйән ҡыҙы Бикмаева Абдул ауылында йәшәүсе Миңзифа Абдулла ҡыҙы Байғужинаның өйөнә барып, уға «Ветерандарҙың «Хәрби дуҫлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек ойошмаһына 20 йыл» миҙалын тапшырҙы.
Ауыл хакимиәте етәкселәренең был эш сәфәре Миңзифа инәйҙең улы Мараттың Афғанстан Республикаһында хәрби бурысын үтәү ваҡиғаһына бәйле. 1964 йылғы Марат Ғариф улы Байғужин 1982 йылдың 1 апрелендә Күмертау хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ул шул уҡ йылдың июненән Афғанстан Республикаһында интернациональ бурысын, Ватаныбыҙ бойороғон үтәй. Биш айҙан һуң, йәғни 1982 йылдың 19 октябрендә сираттағы хәрби заданиены үтәгән саҡта Марат Байғужин ҡаһармандарса һәләк була. Батырлығы өсөн үлгәндән һуң яҡташ һалдатыбыҙ «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән бүләкләнә. Ул тыуған ауылы зыяратында ерләнә.
Шунан бирле 35 йыл үтте. Яҡташтары Маратты онотмай, уның ҡаһарманлығы йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә яҡшы өлгө булып хеҙмәт итә. Афғанстанда хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған Радик Тереғолов, Фәнил Шәрипов, Нафиҡ Аллабирҙин, Рафиҡ Сиражетдинов менән бер рәттән Марат Байғужиндың да исем-аты районыбыҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.