Все новости
Йәмғиәт
2 Марта 2018, 13:15

ЯҠШЫБАЕВТАР династияһы

Маяҡ ауылындағы «Нефтехиммаш» заводы, өлгөлө предприятиеларҙың береһенән һанала һәм ҡалабыҙ үҫешенә үҙенең тос өлөшөн индерә. Ул 1959 йылдан алып Салауат ҡалаһы «Нефтехиммаш» заводының филиалы булараҡ сафҡа индерелә, шунан бирле нефть һәм газ сығарыусыларҙы, эшкәртеүселәрҙе үҙенең кәрәкле ҡорамалдары менән тәьмин итә. Һүҙебеҙ ошо заводта эшләп, хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исем алған, бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына, орден-миҙалдарға һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булған абруйлы Яҡшыбаевтар ғаиләһе тураһында.

Маяҡ ауылындағы «Нефтехиммаш» заводы, өлгөлө предприятиеларҙың береһенән һанала һәм ҡалабыҙ үҫешенә үҙенең тос өлөшөн индерә. Ул 1959 йылдан алып Салауат ҡалаһы «Нефтехиммаш» заводының филиалы булараҡ сафҡа индерелә, шунан бирле нефть һәм газ сығарыусыларҙы, эшкәртеүселәрҙе үҙенең кәрәкле ҡорамалдары менән тәьмин итә. Һүҙебеҙ ошо заводта эшләп, хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исем алған, бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына, орден-миҙалдарға һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булған абруйлы Яҡшыбаевтар ғаиләһе тураһында.

Сөләймән Ғәлим улы Яҡшыбаев 1951 йылдың 22 ғинуарында Күгәрсен районы Дауыт-Ҡайып ауылында ишле ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Атаһы Әбделғәлим Әбделмән улы – ғүмеренең күп өлөшөн колхоз рәйесе булып эшләп, ауыл хужалығын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән танылған шәхес. Әсәһе Бибикамал Дәүләтбай ҡыҙы ун бала тәрбиәләп үҫтереп, ғаилә усағын һүндермәй тотоусы хужабикә. Ун бала табып тәрбиәләп үҫтергәне өсөн 1962 йылда уға Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумы Указы менән иң юғары награда – «Герой-әсә» исеме бирелә.

Балалары үҫә бара, ҡул араһына инә бара. Ата-әсәләренә ярҙамсы булып, дөрөҫ тәрбиә алып, ҡанатланғас, ояларын ташлап осҡан ҡоштар кеүек, ата йортон ҡалдырып, һәр ҡайһыһы, үҙ тормоштарын яйға һалып донъя ҡора. Өлкән ағалары Ғәлиән Әбделғәлим улы Яҡшыбаев профтехучилищене тамамлағас, 1959 йылда Маяҡ ҡасабаһындағы яңы ойошторолған «Нефтехиммаш» заводына эшкә урынлаша һәм үҙенең бар ғүмерен ошо завод менән бәйләй. Өлкәнәйгән ата-әсәһенә Маяҡ ҡасабаһына күсеп килергә ярҙам итә. Мастер, цех начальнигы, тәьминәт бүлеге башлығы вазифаларын биләй. 12 йыл буйы, үҙ вазифаһынан айырылмайынса, завод партбюроһы секретары була. 4 тапҡыр Күмертау ҡала Советына депутат итеп һайлана. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, бар ғүмерен арнаған заводын ташламай, тәьминәт буйынса инженер булып эшләй. Ул – заводтың иң абруйлы кешеһе. Уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исем бирелә. «Хеҙмәт ветераны» һәм В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған миҙалдарына лайыҡ була. Ҡатыны Әлифә менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Флорида менән Флүрә техникум, Фиалка институт тамамлай.

Сөләймән Әбделғәлим улының ағаһы Зиннәт Әбделғәлим улы ла үҙенең хеҙмәт юлын ошо заводта башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы яҙмышын ошо предприятие менән бәйләй. Заводта шофер, гараж мөдире, механик булып эшләй. Тәьминәт буйынса инженер. Ҡатыны Земфира – ашнаҡсы. Балалары: Лилиә, Гүзәл, Салауат. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Сөләймән Әбделғәлим улы ла, бер ниндәй икеләнеүһеҙ ошо заводҡа эшкә урынлаша һәм ағалары кеүек бар ғүмерен «Нефтехиммаш» заводы менән бәйләй. Токарь, карусель-станокта эшләүсе, комплекслы бригада бригадиры. 1980 йылдан ҡаҙанлыҡ-иретеп йәбештереү цехының мастеры, ә 1995 йылдан цех начальнигы итеп үрләтелә. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ була. 1986 йылда фотоһүрәте Күмертау ҡалаһының Почет таҡтаһына ҡуйыла. 1984-1986 йылдарҙа «Ун беренсе биш йыллыҡ ударнигы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» тигән билдә менән бүләкләнә. 1986 йылда «Хеҙмәт билдәһе отличнигы» миҙалына лайыҡ була. 2007 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исем бирелә. Хеҙмәт ветераны Сөләймән Әбделғәлим улы өс тапҡыр Күмертау ҡала Советына депутат итеп һайлана. Уны бер нисә тапҡыр Маяҡ ҡасабаһы советына депутат итеп тә һайлайҙар.

Тормош иптәше Ғәниә Мөхәммәт ҡыҙы менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улы Азамат – Ермолаевкала «Лесагротранс» предприятиеһе директоры. Ҡатыны Ирина менән Земфира һәм Зарина исемле ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Гөлназ, Ырымбур медицина институтын тамамлағас, Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһында эшләй, ире Рәфис менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙы Венера, Өфө Авиация дәүләт институтын тамамлағас, Күмертау авиация берекмәһендә инженер-технолог булып эшләй. Тормош иптәше Марат менән ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Бер туған ҡустылары Марат Ғәлим улы Яҡшыбаев та ағаларынан өлгө алып, ошо «Нефтехиммаш» заводында иретеп йәбештереүсе булып үҙенең хеҙмәт юлын башлай һәм әле лә шунда эшләй. Тормош иптәше Нурзидә — уҡытыусы. Бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иртә китте беҙҙең арабыҙҙан Марат Әбделғәлим улы. Ғүмеренең сәскә атҡан, типһә тимер өҙөрлөк сағында уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

– Төрлө ваҡыттар булды инде, – тип һүҙ башланы үҙенең эш дәүерен иҫкә төшөрөп Сөләймән Әбделғәлим улы. – Союз тарҡалып илебеҙҙә башланған үҙгәртеп ҡороуҙар, беҙҙең заводты ла урап үтмәне. Заказдар булһа ла, капиталистик ҡоролошҡа хас баҙар иҡтисады, үҙен тәүге йылдар ыңғай яҡтан күрһәтә алманы. Етештереүсе менән заказ биреүсенең араһында бәйләнештәр юғалды.

Күп мәсьәләләрҙе үҙебеҙгә хәл итергә тура килде. Нефть, химия сәнәғәте ҡорамалдары етештерергә кәрәкле металды һәм башҡа күп кәрәк-яраҡтарҙы үҙебеҙгә эҙләргә тура килде. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында интернет селтәренең яңы үҫешә башлаған сағы, күп кәрәкле мәғлүмәттәрҙе телефон бәйләнеше ярҙамында йә тәьминәт бүлеге ярҙамында хәл итә инек. Хәҙер идара итеү һәм эште ойоштороу күпкә еңеләйҙе. Мәрхүм Әбделғәлим Яҡшыбаев бабайҙың дүрт улы ла Маяҡ ауылының абруйлы кешеләре. Барыһы ла бер цехта эшләнеләр. Үҙҙәре кеүек балаларын да эшһөйәр итеп, Ватаныбыҙҙың күркәм, аҡыллы, тәүфиҡле шәхестәре итеп тәрбиәләнеләр. «Хеҙмәт кешене биҙәй» тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе, бына ошондай эшһөйәр һәм Ватаныбыҙ алдындағы бурыстарын йөрәге, бар булмышы менән аңлап, тоя белгән кешеләргә ҡарата әйтеләлер.

Хәмзә ИШДӘҮЛӘТОВ
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: