Районыбыҙҙа һәр ауыл советында атайҙар советы булдырырға уйлайҙар. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан беҙ ошо советҡа инергә йыйынған ир-егеттәрҙән һәм Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтан: “Идеал ҡатын нисек булырға тейеш?” тигән һорау алдыҡ.
Әхәт ҠОТЛОӘХМӘТОВ, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы:
- Донъябыҙҙың йәме булған гүзәл заттарыбыҙ тәртипле, тоғро булып, үҙенең илен, нәҫелен хөрмәт итергә тейеш. Ғаиләһен, балаларын яратырға бурыслы. Ғөмүмән, алсаҡ йөҙлө, асыҡ күңелле булһындар. Ҡатын-ҡыҙҙарға Аллаһы Тәғәлә тарафынан матурлыҡ ҡына түгел, ә бөтә сафлылыҡ, оло йөрәклелек тә бирелгән. Ошо сифаттарҙы ҡуллана белеп, яратып һәм яратылып ҡына йәшәһендәр беҙҙең гүзәл заттарыбыҙ.
Шәфҡәт ӘХТӘМОВ, Илкәнәй ауылы:
- Беренсенән, тоғро булырға, икенсенән, ғаиләһен яратырға, балалары өсөн өҙөлөп торорға тейеш. Тәмле итеп ашарға бешереү, ғаилә йылыһын һыуытмау, ғаилә усағын һүндермәү, ғаиләһенең кәйефтәрен бер ҡараш менән тойоп, уларҙы йылы ҡаршы алыу, яғымлы оҙатып ҡуйыу – ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысылыр, тип уйлайым. Барлыҡ гүзәл заттарҙы ла “Юшатыр” гәзите аша байрам менән ҡотлайым һәм иң изге теләктәремде еткерәм.
Рафиҡ ӘМИНОВ, Шәбағыш ауылы:
- Ҡатын-ҡыҙҙарға һөйкөмлө, матур, уңған, тормош һөйөүсән булыу хас. Һәр ваҡыт үҙҙәренең тормош иптәштәрен яратырға, күп бала тәрбиәләргә, яҡындарына төп терәк булырға тейештәр. Барлыҡ гүзәл заттарҙы ла 8 Март менән ҡотлайым. Бер ваҡытта ла ауырымаһындар, ғаилә усағын һүндермәйенсә, ир-заттарҙы шатландырып йәшәһендәр. Ҡатын-ҡыҙҙар улар бит беҙҙең тормош сәскәләре, уларһыҙ бөтә донъя тотҡаһыҙ.
Салауат СОЛТАНГӘРӘЕВ, Таймаҫ ауылы советының ветерандар советы рәйесе:
- Гүзәл заттарҙы матур, тәртип, аҡыл кеүек сифаттар биҙәй. Ғаиләлә бар эште башҡарыусы ул – ҡатын-ҡыҙҙар. Артабан да ғаиләләрен һаҡлап, тормош иптәштәрен көтөп, уларҙы мөләйем ҡаршы алып торһондар. Быйыл Ғаилә йылы тип юҡҡа билдәләмәгәндәрҙер. Барыһы ла үҙ ғаиләләрен һаҡлаһындар, яҡлаһындар. Йәштәр балалар тапһындар. Яҙ байрамы алдынан иң мөһиме гүзәл заттарыбыҙға сәләмәтлек теләйем. Һаулыҡ булһа, бар теләктәре лә тормошҡа ашыр, иншалла.
Фәррәх ҒӘББӘСОВ, Мораптал ауылы:
- Минең күңелемә наҙлы, мөләйем, егәрле, ололарҙы ололаған, кеселәрҙе кесе иткән ҡатындар яҡын. Тормош иптәшенә тоғро, балаларына өлгө күрһәтеп, донъя йәмләүселәр булырға тейештер. Өйҙәрендә бар эште лә ғаиләләре менән кәңәшләшеп, аңлашып башҡарһындар, шунда инде ғаилә татыу була. Форсаттан файҙаланып Мораптал мәктәбе ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыларын һәм районыбыҙҙың барлыҡ гүзәл заттарын да яҙҙың 1-се байрамы менән ҡотлайым. Гүзәлдәребеҙҙең йөҙҙәренән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен.
Фәнил ТАЙМАСОВ, Бахмут ауылы:
- Ғаиләһен яратыусан, аңлаусан, тыйнаҡ, аҡыллы, сабыр булырға тейеш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары. Минең ҡатыным да тап ошо сифаттарға эйә. Күрше-күлән менән дә татыу, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйбеҙ. Иң мөһиме мәрхәмәтле булһындар, балаларын, тормош иптәшен һәр саҡ яратып, хөрмәт итеп торһондар. Ҡатын-ҡыҙҙар һәр саҡ донъя йәмләүсе гүзәл заттар булып ҡалһындар.
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, Яҡуп ауылы:
- Гүзәл заттар - улар бөйөк заттар. Йөрәктәре оло, күңелдәре диңгеҙҙәй тәрән, ғаләмдәй сикһеҙ. Ҡараштарында күпме яҙ ҡояшы һәм күпме наҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар иң сибәре, һынауҙар ҙа уларҙы һындырмай, батыр йөрәкле, бай рухлы көслө зат. Беҙ һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Мең рәхмәтлебеҙ. Яҡындарығыҙ, балаларығыҙ бер ваҡытта ла йәшләндермәһен һеҙҙең күҙҙәрҙе, яңылыш әйткән һүҙҙәре менән яраламаһын йөрәгегеҙҙе. Сәләмәтлек ташламаһын, күңелдәрегеҙ тыныс булһын, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Яратып-яратылып йәшәйек, бәхетле һәм мөхәббәтле булайыҡ. Донъялар имен булһын, бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март байрамы менән ҡайнар ҡотлайым.