8 Март байрамы алдынан Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисов үҙ биләмәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ойошмаһы, ауыл советы хакимиәте һәм һәр сарала ла әүҙем ҡатнашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған гүзәл заттарына бүләк яһаны: ҡатын-ҡыҙҙарҙы Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһының ял итеү үҙәгенә сәйәхәткә алып барҙы.
Ундағы хозурлыҡты күреп ожмахта йөрөгән кеүек тойолдо. Ысынлап та, матурлыҡ күҙҙең яуын алды. Унда үҫеп ултырған пальма ағастарын, емеш биргән лимон ағасын, 6-7 метр оҙонлоғонда үҫкән кактусты, роза, хризантема һәм бик күп башҡа сәскәләҙе күреп хайран ҡалдыҡ. Үҫеп ултырған емеш-еләк, төрлө йәшелсәләр ҙә күп унда. Беҙгә ошондай матур ожмах бүләк иткәне өсөн Тимур Нәсибулла улына рәхмәтлебеҙ. Һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшендә уңыштар теләйбеҙ.