8 Март байрамы алдынан Аҡһары ҡатын-ҡыҙҙары ла бергә йыйылышып алдыҡ. Үҙ эшен онотмаған, һәр яҡлап та оҫта булған ауылыбыҙ ағинәйе Гөлсөм Сәлихова беҙҙе ҡашмауҙарҙы, камзулдарҙы, алъяпҡыстарҙы тәңкәләр менән дөрөҫ биҙәү серҙәренә өйрәтте. Артабан да аҙнаһына бер осрашып, клубыбыҙҙағы милли костюмдарҙы тәртипкә килтерергә һөйләштек. Осрашыу һуңында ҡоймаҡлап сәй эстек. Табын артында бер-беребеҙгә төрлө кәңәштәр биреп, байрам менән ҡотлап иң изге теләктәребеҙҙе юлланыҡ.