Все новости
Йәмғиәт
12 Марта 2018, 13:59

Иң матурҙар көйөргәҙелә

Йола буйынса йыл да 8 Март байрамы алдынан районда ҡатын-ҡыҙҙар форумы уҙғарыла. Быйылғы сарала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Сафиулла ҡыҙы Хисмәтуллина, БР дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органынан РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы Ағзаһы Рафаил Нариман улы Зиннуров ҡатнашты.

Йола буйынса йыл да 8 Март байрамы алдынан районда ҡатын-ҡыҙҙар форумы уҙғарыла. Быйылғы сарала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Сафиулла ҡыҙы Хисмәтуллина, БР дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органынан РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы Ағзаһы Рафаил Нариман улы Зиннуров ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов иң тәүҙә районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарын матур байрамдары менән ихлас ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм районыбыҙҙың көсһөҙ заттарының эшмәкәрлегенә байҡау яһаны:

- Социаль-мәҙәни өлкәнең 80%-ын һеҙ тәшкил итәһегеҙ, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар. Малсылыҡта һәм үҫемлекселектә лә байтаҡ ҡына гүзәл заттарыбыҙ тир түгә. Муниципаль район Советына 46 ҡатын-ҡыҙ һайланған. Ауыл советы хакимиәте башлыҡтары булып 4 гүзәл затыбыҙ эшләй. Район үҙәгендә генә еңел булмаған етәксе вазифаһын 30% көсһөҙ зат үҙ елкәһендә тарта. Әгәр ауыл хужалығы етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ юҡ икән, был ир-егеттәребеҙҙең гүзәл затты ауыр эштән ҡурсаларға тырышыуы менән аңлатыла. Бөгөнгө көндә районда 465 күп балалы ғаилә көн итә. 1395 бала тәрбиәләнгән 395 күп балалы ғаилә төрлө дәүләт ярҙамы ала. Уларҙың 101-е «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды. Районда Ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә Ағинәйҙәр ойошмаһы һөҙөмтәле эшләп килә. Уларға тиҙҙән Атайҙар советы ла ҡушлып, үҙҙәренең яҡшы эштәре менән ҡыуандырыр, тип ышанам», - тине ул сығышында.

Әхәт Йәүҙәт улы райондың төрлө өлкәләрендә уңышлы хеҙмәт иткән 40 ҡатын-ҡыҙға район Хакимиәтенең Почет грамоталарын һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. «Икенсе йылға тағы ла күберәк гүзәл заттарыбыҙҙы ҡотлаясаҡбыҙ», - тине ул.

Традиция булараҡ йыл да был байрамда иң алдынғы һауынсыға районыбыҙҙың данлыҡлы шәхесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Мөхәмәт улы Вахитовтың премияһы тапшырыла. Быйыл был мәртәбәле премияға 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса Киров исемендәге хужалыҡтың һауынсыһы Резида Һаҙый ҡыҙы Саттарова лайыҡ булды. Премия өсөн 63 машина менән һауыу оҫтаһы ярышҡан. Уларҙың 30-ы үткән йылда бер һыйырҙан уртаса 5 мең кг һөт һауып алған ( Ә Шәүәли Вахитов заманында ҡул менән һәр бер һыйырҙан йылына 6 мең кг-дан ашыу һөт һауған булған!). «Еңеүсе һауынсыға 10 мең һум премия тапшырылды. «Киләһе йылда был сумманы 25 мең һумға тиклем күтәрергә тырышасаҡбыҙ», - тип ҡыуандырҙы район башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов.

Рафаил Нариман улы Көйөргәҙе гүзәлдәрен байрам менән ҡотлап: «Иң матур ҡатын-ҡыҙҙар Көйөргәҙелә йәшәй. Шуға ла мин һеҙгә йыш киләм, хатта һеҙҙең районда 3-сө тапҡыр граждандарҙы ҡабул итәм», - тине шаяртыу ҡатыш һәм тырышып эшләгән райондың гүзәл заттарына үҙенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Киләһе сығыш яһаусыны — Рузалия Хисмәтуллинаны залдағылар тороп, дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды. «Ҡаушап киттем, хатта. Миңә республика етәкселәре гел генә: «Үҙегеҙҙең яратҡан Көйөргәҙе районына бараһығыҙмы?», - тиҙәр шаяртып», - тип башланы һүҙен депутат. Ҡотлау һүҙҙәрен әйткәс, тиҙҙән буласаҡ һайлауҙарға килеүҙең мотлаҡ булыуы хаҡында ла һөйләне ул.

Байрам сараһы донъя тотҡаһы булған мөғжизәле тормош биҙәктәренә арналған матур концерт программаһы менән тамамланды.


Айгөл ХАЛИҠОВА фотолары
Читайте нас: