Все новости
Йәмғиәт
12 Марта 2018, 13:35

ИР БӘХЕТЕ НИҘӘР МЕНӘН ҮЛСӘНӘ?

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Был ауылдашым Азамат Усман улы Туйгилдинға тап килә. Әсәйҙән күргән тун бескән, атанан күргән уҡ юнған. Был әйтем дә уға туранан-тура ҡағыла.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Был ауылдашым Азамат Усман улы Туйгилдинға тап килә. Әсәйҙән күргән тун бескән, атанан күргән уҡ юнған. Был әйтем дә уға туранан-тура ҡағыла.

Әсәһе Наилә Хәйрулла ҡыҙы ғүмере буйы ауыл балаларын уҡытты, унан тыш кистәрен тормош иптәше Усман ағай менән ауыл клубында уларһыҙ концерттар үтмәй ине. Алдынғы уҡытыусы булараҡ, бер нисә тапҡыр ауыл, район депутаты итеп һайланды, унан тыш район гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе лә булды. Азаматтың атаһы Усман Хөснөтдин улы атаҡлы механизатор, кистәрен өҙҙөрөп гармунда уйнаны һәм моңло итеп йырланы клубта. Беҙ Усман ағай менән бер йылы бер тракторҙа эшләнек, ДТ-75 тракторында, унан килеп күп йылдар комбайндарҙа бергә эшләргә тура килде. Ул бик кешелекле, сабыр, аҡыллы, ярҙамсыл ине.

1958 йылда Наилә Хәйрулла ҡыҙы менән Усман Хөснөтдин улы сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр һәм дүрт ул, бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. 4 улдары ла аталарына оҡшап, өҙҙөрөп гармунда уйнайҙар һәм йырлайҙар. Оло улдары – Урал, икенсе улы Азат фажиғәле рәүештә яҡты донъяла юҡ инде. Беҙҙең Азамат әле лә район мәҙәниәт йортонда эшләй. 4-се улдары Самат – әлеге көндә Яҡуп мәктәбендә директор, спортсы, көрәшсе, йырсы, гармунда оҫта уйнай. Уның тәрбиәләнеүселәре район һабантуйҙарында бик күп тапҡыр еңеүсе булдылар, саңғы ярышында ла алдынғылар рәтендә. Ошо турала бик күп Маҡтау грамоталары бар.

Наилә Хәйрулла ҡыҙы менән Усман Хөснөтдин улын мин 1957 йылдан бирле белә күреп йөрөнөм. Улар бер-береһенә тап килгән шәхестәр инеләр, ауылдың күрке, абруйлы кешеләре булдылар. Хәҙер улар яҡты донъяла юҡтар, ауыр тупраҡтары еңел булһын. Азамат менән иң тәүге ныҡлап танышыуым 1984-1985 йылдарҙа икәүләп йәш быҙау ҡарағанда булды. Эш ул ваҡытта иртәнге 5 сәғәттә башлана ине. Эшем көйлө, арыу барһа, мин дә көйләп йөрөйөм. Унан Азамат килеп ҡушыла. Һиҙеп торам, йыры матур, моңло сыға. Хатта беҙҙе һарай ярығынан да ҡарап, тыңлап торғандар. Икәүләп тырышып эшләгәс, беҙҙең быҙауҙарҙан ай һайын артым күп булды. Артым күп булған һайын аҡсаһы ла арыу сыға ине. Берҙән-бер көндө: «Мырҙам, һиңә уҡырға кәрәк, быҙау ҡарау ҡасмаҫ», – тием. Һәм ул Стәрлетамаҡ ҡалаһына уҡырға китте. Уҡып бөткәс, Яҡуп ауылы клубында клуб мөдире. 1988-1989 йылдарҙа Таймаҫ ауылы клубында клуб мөдире. 1989-1994 йылдарҙа Яҡуп ауылы клубында мөдир, 1994 йылдан башлап хәҙерге көнгә саҡлы район «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында эшләй. Ир бәхете ниҙәр менән үлсәнә һуң? Яратҡан һөнәре, эше, яратҡан тормош иптәше Закира менән бер ул үҫтерәләр. Ҡайһы бер кешеләр, ул йырлап, ҡурай, гармун уйнап аҡса эшләй, тип уйлайҙыр әле. Һәр эштең нескәлектәре була. Һин һәр ваҡыт тамашасы алдында сығыш яһайһың, һиңә үҙеңде һәр ваҡыт формала тоторға кәрәк. Азамат – шундайҙарҙың береһе, үҙен гел генә яҡшы яҡтан күрһәтмәһә, бер урында йырлап, ҡурайҙа, гармунда уйнап 20 йылдан артыҡ бер урында эшләй алмаҫ ине. Уны тамашасылар ярата, хөрмәт итә. Минең ҡарашҡа, был шәхес тамашасылар һөйөүен күптән яулаған, ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» йә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә һис шикһеҙ лайыҡ. Алдағы көндәрҙә лә беҙҙе ҡыуандырып йырлап, ҡурай, гармунда уйнап торһон.
Читайте нас: