Все новости
Йәмғиәт
12 Марта 2018, 13:51

ТЕМӘС – ХАЛҠЫБЫҘ МӘККӘҺЕ

Башҡортостан автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл тулыу уңайынан 6 мартта Баймаҡ районының Темәс ауылында «Берҙәмлектә – көс!» тип аталған форум үтте. Сарала республиканың башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, 16 район һәм ҡаланың ҡоролтай ағзалары ҡатнашты.

Башҡортостан автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл тулыу уңайынан 6 мартта Баймаҡ районының Темәс ауылында «Берҙәмлектә – көс!» тип аталған форум үтте. Сарала республиканың башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, 16 район һәм ҡаланың ҡоролтай ағзалары ҡатнашты.

Форум эшенә Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайынан уның рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, Юлиә Миңлебаева, Дамир Хәйбуллин, Фәнир Малбаев, Рәмил Ғәббәсов, Илдус Ғилманов, Тәлғәт Шаһманов; Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынан Әнисә Түләгәнова, Гүзәл Назарова, Менәүәрә Мырҙағолова һәм Руша Солтанғолова барҙы.

Темәс – Башҡортостан тарихында айырым урын биләгән күркәм ауыл. Тап ошонда Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт ғәскәрҙәре Совет власы яғына күсә. 21 февралдә Темәстә I Бөтә Башҡорт хәрби съезы уҙғарыла, унда Башҡорт Хөкүмәте бурыстарын, вәкәләттәрен алған Ваҡытлы башҡорт революцион комитеты (Башревком) төҙөлә һәм Башҡорт Автономиялы Совет республикаһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Шулай итеп, 1919 йылдың 20 мартында, БАССР төҙөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйылған көндән, Темәс ауылы Башҡортостандың баш ҡалаһы тип иғлан ителә.

Шәйехзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Әхмәтзәки Вәлиди эҙҙәрен һаҡлаған төбәктең киләсәге лә өмөтлө. Темәстә күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто, уның базаһында “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй.

Темәстә һаҡланып ҡалған бихисап архитектура комплексы бар: XIX быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән беренсе башҡорт-урыҫ башланғыс мәктәбе, республикабыҙға бик күп шәхестәр биргән элекке Темәс педагогия училищеһы, Әхмәтзәки Вәлиди йыш туҡтаған Әбүбәкер хәҙрәт Хөсәйеновтың йорто, композитор Рәүеф Мортазин тыуған һәм йәшәгән өй, Мозафар байҙың XIX быуат уртаһында төҙөлгән келәттәре.

Форум эше Темәстең тарихи урынына – Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсиянан башланды. Был боронғо бинала 1919 йылда I Башҡорт хәрби съезы үткән, Башревком эшләгән, һуңынан Бөрйән-Түңгәүер кантоны үҙәге урынлашҡан. Бөгөн музей ихатаһын юлбашсыбыҙ, күренекле сәйәсмән Әхмәтзәки Вәлидигә ҡуйылған бюст биҙәй. Ҡунаҡтар уның һәйкәленә сәскәләр һалды, театрлаштырылған Башҡорт ғәскәре һыбайлыларын ҡараны.

Түңәрәк өҫтәлде Баймаҡ районы Хакимиәте башлығы Гөлшат Сирғәлина асып, һүҙҙе ҡунаҡтарға бирҙе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, БР Милли архивы начальнигы Азат Ярмуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев был сараның ниндәй тарихи ваҡиғаға бәйлелеге һәм башҡорт милләтенең бөгөнгө хәле, уның алдында торған бурыстар хаҡында ентекле һөйләне. Әмир Миңләхмәт улы үҙ сығышында, 2018 йылдың 14 апреленә тиклем һәр бер район һәм ҡалаларҙағы башҡорт ҡоролтайҙарында ата-әсәләр комитеты төҙөү мотлаҡ, тине. Улар 14 майға тиклем алдағы уҡыу йылында мәктәптәрҙә башҡорт балаларын ниндәй уҡыу пландары менән уҡытырға тейешлекте аныҡлап, ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барып, уларҙан ғаризаларҙы уйлап яҙҙырыу эштәрен ойошторорға тейеш, тине.

Урал Кәримов һуңғы ваҡытта башҡорттарҙың хәле бик насар тигән күңел төшөнкөлөгөнә этәреүсе һүҙҙәрҙең артыҡ күбәйеп китеүенә баҫым яһаны. Беҙ киреһенсә йәмәғәтселеккә халҡыбыҙҙы һәйбәт эштәргә, уңыштарға дәртләндереүсе тәҡдимдәрҙе күберәк еткерергә тейешбеҙ, тине. Нефтекама ҡалаһынан форумға килгән Радик Бәхтиев төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын ситкә ҡаҡмаҫҡа, ә барлыҡ милләттәштәребеҙ менән бер төптән эшләргә саҡырҙы.

Түңәрәк өҫтәл аҙағында форум делегаттары башҡорт халҡына мөрәжәғәт ҡабул итте.

Форум Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренең милли рухлы, тәрән йөкмәткеле концерты менән тамамланды.
Читайте нас: