Все новости
Йәмғиәт
13 Марта 2018, 16:22

Афарин, «Ләйсән»дәр!

Илкәнәй ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһында уңған, эшһөйәр, тырыш, һөйкөмлө, мөләйем, сәмле ҡатын-ҡыҙҙар командаһы эшләй! Уны беҙ ҡайҙан, кемдән белдек тиһегеҙме? Әлбиттә, халыҡ һүҙенән!

Илкәнәй ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһында уңған, эшһөйәр, тырыш, һөйкөмлө, мөләйем, сәмле ҡатын-ҡыҙҙар командаһы эшләй! Уны беҙ ҡайҙан, кемдән белдек тиһегеҙме? Әлбиттә, халыҡ һүҙенән!

Халык-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә етәрәк балалар-баҡсаһынан матур йыр, гармун моңдары, шат балалар тауышы менән бергә ихлас наҙлы ҡатын-ҡыҙҙар тауышы ишетелде. Баҡтиһәң, «Ләйсән» балалар баҡсаһында байрам һайын матур концерттар, ижади кисәләр, күргәҙмәләр үткәрелә икән. Был юлы ла байрамға бағышлап әсәй, өләсәйҙәр, тыуған ил, яҙ тураһында бик матур йырҙар, бейеүҙәр өйрәнгәндәр. Әсәй-өләсәйҙәре тураһында матур, үҙәк өҙгөс шиғырҙар һөйләп, тәрбиәләнеүселәрҙең саҡырылған ҡунаҡтарға үҙ ҡулдары менән эшләгән һүрәттәрен, аппликацияларын бүләк итеү, бигерәк тә күңелгә хуш килде. Байрамдың аҙағында балалар әсәй-өләсәйҙәре менән бергә тәмләп сәй эстеләр. Ошондай бай йөкмәткеле байрамдарҙы ойошторған, балалар баҡсаһын матур итеп биҙәгән тәрбиәсе Вәсилә Иманғоловаға һәм башҡа хеҙмәткәрҙәргә барлыҡ ата-әсәләр исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Әйткәндәй, республика, район конкурстарында лауреат булған Аделина һәм Айҙар Мөхәмәтшиндар ҙә ошо «Ләйсән» балалар баҡсаһында тәрбиә алып сыҡтылар. Был оло ҡыуаныс! Артабан да балаларыбыҙ баҡсаға бөгөнгөләй ихлас йөрөһөндәр, Вәсилә Сабир ҡыҙына эшендә уңыштар, һаулыҡ, ҡыуаныстар теләйбеҙ.

Барлыҡ ата-әсәләр исеменән

Гөлсинә ИҪӘНБАЕВА

Илкәнәй ауылы
Читайте нас: