Сәхнәләренә был көндө 40 әртисте сығарҙылар. Залда һәммәһе 340 тамашасы ҡул сабып, аяҡ тыпырлатып, кәрәккән ерҙә һыҙғырып ултырҙы. Килештергәс килештерәйек инде тип, морапталдар сәхнәгә 100 гель тултырылған шар ҙа элгән. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов бүләк итеп биргән 10 мең һумға тауар-туҡыма алып, яңы кәстүм тектергәндәр, ялтлап торған өр-яңы кәстүм булғас, концерт бөтөнләй күркәм төҫ алған. Фойела ҡыҙҙарҙың ҡул эштәренән торған күргәҙмә лә ойошторған морапталдар. Тамаша мәлендә слайд-шоу ебәргәндәр. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла шартына килтереп башҡарылған. Ҡатын-ҡыҙ тиһәң, беҙ эҫкерт башынан ҡоларға ла әҙер бит инде, барыһы ла улар өсөн, уларҙың күңеле булһын өсөн ойошторолған был сара. Яңы Морапталдың былай ҙа сибәр ҡыҙҙары ошо тамашанан һуң тағы ла матурланып киткән, тип әйтәләр.