Бәләкәс кенә балалар әсәләрен, өләсәләрен, апаларын саҡырып, матур итеп концерт ҡуйҙы. Концерттан һуң Яҡут китапханаһында бик эстәлекле конкурс үтте. Унда өс ғаилә — Ғәббәсовтар, Ҡәҙерғоловтар һәм Ялсыҡаевтар ҡатнашты. Башҡорт фольклорын, башҡорт халыҡ һәм рус халыҡ әкиәттәрен белеү, яратҡан китабының эстәлеген һөйләргә тейеш ине улар. Бөтә ғаиләләр ҙә бик әүҙем тырышты. Жюри булараҡ Р. Буранова һәм Р. Әбйәлилова менән беҙ аптырап ҡалдыҡ. Беҙгә иң уҡымышлы ғаиләне табырға, тигән бурыс йөкмәтелгәйне. Артабанғы ярыштарҙа һәр бер бала әсәһен сәскә тотоп ҡотларға тейеш ине. Балалар юғалып ҡалманы. Йомаҡтар сисеү боронғо эш ҡоралдарына бәйле ине, унда ла берҙәм генә яуап бирҙеләр. Күҙ бәйләп әсәләр һүрәт төшөрҙө. Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бәйле һорауҙар ҙа булды бында. Китапханасы Таңһылыу Исламғолова конкурсты бик оҫта итеп әҙерләгән. Бына шулай күңелле йәшәйбеҙ, ә конкурста ҡатнашыусыларға «Иң шәп уҡыусы ғаилә» тигән грамоталар тапшырҙыҡ.