Яҡуп ауылында ошо көндәрҙә «Айгөл» балалар баҡсаһында 8 Март байрамына арналған «Әсәйем – Әсәкәйем» тигән иртәлек үтте.
Әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә бағышланған һөйөү тулы шиғырҙар, матур мәҡәлдәр, йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр: «Джельтмендар», «ВДВ», «Сәскәләр менән бейеү» ҡуйылды балалар баҡсаһында.
Кескәйҙәребеҙ өсөн ҡыуанып, шатланып ултырҙыҡ. «Кем тиҙерәк әсәйен, өләсәйен матурлай?», «Кем тиҙерәк керен элә?» тигән уйындар уйнап алдыҡ. Балалар нисек әсәйҙәренә ярҙам итеүҙәре: кем һауыт-һаба йыуышыуы, кем иҙән һепереүе хаҡында һөйләне, ә Илдан ғорур рәүештә: «Мин һылыуымды ҡарашам», – тине.
Шундай матур иртәлек әҙерләгәндәре өсөн өлкән тәрбиәсебеҙ Альмира Әхтәм ҡыҙы Рыҫҡоловаға, тәрбиәсе Әлфиә Нурис ҡыҙы Кинйәкәеваға «Юшатыр» гәзите аша оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Балалар әсәйҙәрен һөйөндөрөп матур бүләк – үҙ ҡулдары менән эшләгән сәскәле кәрзиндәрен тапшырҙы.