Все новости
Йәмғиәт
13 Марта 2018, 16:16

КҮҢЕЛДӘРҘЕ КҮТӘРҘЕЛӘР

Таймаҫ ауылы мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан концерт булды.

Таймаҫ ауылы мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан концерт булды.

Шығырым тулы зал үҙешмәкәр әртистәрҙең һәр бер номерын алҡышлап ҡаршы алды. Балалар башҡарыуындағы Гөлкәй Вәлитова өйрәткән һәр бейеү беҙҙең күңелгә хуш килде. Алып барыусылар: Альбина Килмәтова менән Илья Беликтең һәр бер һүҙҙәре йөрәккә май булып яғылды. Юлай Ҡотломбәтовтың, Ләлә Исмәғилова һәм Йәмил Юлаевтың дуэты, Светлана Васильеваның һәм башҡаларҙың йырҙарын яратып тыңланыҡ. Ауыл фермерҙары: Илья Беликтың, Сергей Поляевтың, Айрат Әлмөхәмәтовтың, Мөнир Мәһәҙиевтың, Ғәзим Абдуллиндың, Владимир Кислициндың, Евгений Дорофеевтың, Юлай Исмәғиловтың, Радмир Аҙнабаевтың һәм “Юлдаш”АХК-һы эшсәндәренең зал буйлап тере сәскәләр биреүҙәре ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң ҙур бүләк булды. Уларҙың эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Концертты матур йырҙары, моңло баян тауыштары менән биҙәгән Фәрит Юлтыевҡа ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә. Рәхәтләнеп ял итеп, концерттан күңелебеҙ булып таралыштыҡ. Шулай күңелле концерттар йышырак булһын ине. Әртистәребеҙгә уңыштар теләйбеҙ, тамашасылар исеменән ысын күңелдән рәхмәт һүҙе еткерәбеҙ.

Фәүриә ЗӘЙНУЛЛИНА

Таймаҫ ауылы
Читайте нас: