Все новости
Йәмғиәт
13 Марта 2018, 17:03

ЙӘШТӘР ҮҘ КИЛӘСӘГЕН ҺАЙЛАЙ

Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға бер аҙна ғына ҡалды. Күмертау территориаль һайлау комиссияһы ағзалары халыҡ, бигерәк тә йәштәр һайлауға барһын, өйҙә ятыпмы, башҡа ерҙә йөрөпмө ситтә тороп ҡалмаһын өсөн, ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша.

Был көндәрҙә, һайлау агитацияһы барғанда, почта йәшниктәре саҡырыу ҡағыҙҙары менән тулды. Тағы ла бер һәйбәт яңылыҡ: ошо көндәрҙә Күмертауҙың ҡала майҙанында йәштәр, йыйылып, «Мин төкөрөп ҡарамайым, мин һайлауға барам» тигән шиғар аҫтында акция үткәрҙе. Был сарала 400 самаһы йәш-елкенсәк ҡатнашты. Улар, ил Президентын һайлау үҙ киләсәгебеҙҙе һайлау ул, тигән берҙәм фекергә килде һәм алдағы йәкшәмбелә иртә таңдан һайлау участкаларына тауыш бирергә барырға ныҡлы һүҙ ҡуйышты.

Фото ҡала хакимиәте сайтынан

Читайте нас: