Все новости
Йәмғиәт
13 Марта 2018, 16:21

ЯРЫШТЫЛАР

Көйөргәҙе клубында 8 Март байрамына арналған «Йәгеҙ әле, ҡәйнәләр һәм килендәр» тип аталған күңелле сара үтте.

Көйөргәҙе клубында 8 Март байрамына арналған «Йәгеҙ әле, ҡәйнәләр һәм килендәр» тип аталған күңелле сара үтте.

Ҡәйнәләр ролендә ағинәйҙәр ҡатнашты. Йәштәре 55-тән алып 70-кә ҡәҙәр булһа ла, улар клубты дер һелкетеп бейене һәм моңло итеп йырланы. Спорт ярыштарында ла һынатманылар. Ә йәш килендәр төртмә таҡмаҡтар әйтеүҙәре, мода күрһәтеүҙәре менән ҡәйнәләрҙе уҙҙырып ебәрҙе. Ике команданың да бешергән милли аштары — бишбармаҡ, бәлеш, ҡоймаҡ һәм торттары телде йоторлоҡ ине. Ҡәйнә һәм килендәрҙең сәхнәлә уйнауҙары ысын артистарҙы ла уҙҙырып ебәрә ине. Ярыш булғас, еңеүсеһе лә була тигәндәй, сәмле бәйгелә 1-се урынға ҡәйнәләр командаһы сыҡты.

Ошондай матур кисә ойошторған Көйөргәҙе клубы етәксеһе Рәзилә Янар ҡыҙы Байымоваға ауыл халҡы ҙур рәхмәттәрен әйтә-әйтә таралышты.

Фәүриә ЙОСОПОВА

Үрге Бабалар ауылы
Читайте нас: