Все новости
Йәмғиәт
13 Марта 2018, 16:32

ЗАЛ РӘХӘТЛӘНЕП КӨЛДӨ

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн Ҡотлоюл ауылы халҡы ла гөрләтеп үткәреп ебәрҙе: ауыл клубы мөдире Зарима Боҫҡанова менән Зилда Ибраһимова етәкселегендә күркәм концерт уҙғарылды.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн Ҡотлоюл ауылы халҡы ла гөрләтеп үткәреп ебәрҙе: ауыл клубы мөдире Зарима Боҫҡанова менән Зилда Ибраһимова етәкселегендә күркәм концерт уҙғарылды.

Егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап йыр йырланы, мәрәкә интермедия ла ҡуйҙы. Бөтә зал рәхәтләнеп көлөп, ҡул сабып ултырҙы. Яңыраҡ ҡына ойошторолған «Ҡотлоюл килендәре» ансамбле Зилда Ибраһимова етәкселегендә «Бөрйән ҡыҙҙары», «Йыуасалы килендәре» бейеүҙәрен, вальс башҡарҙы. Улар 8 Март алдынан бер аҙна буйына тырышып әҙерләнгән ине. Ысынлап та, ижади көс һалғандары күренеп тора. Шулай уҡ «Ҡотлоюл һандуғастары» йыр коллективы моңло йырҙарын бүләк итте.

Ҡыҙҙарҙы ҡотлар өсөн байрамға Яҡшымбәт ауылынан һәүәҫкәр артист Рәсим Бикмаев килеп еткән. Ул йырҙары һәм ҡурай моңдары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.

Ауылыбыҙ сәсәниәһе Рима Ибраһимова яңы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе һәм йыр менән ҡотланы, Зифа Ибраһимова иһә парлыларға арнап яҙған шиғыры менән таныштырҙы.

Концерт башынан алып аҙағына тиклем шулай гөрләп торҙо, ваҡыттың нисек үтеп китеүен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Ҡотлоюл клубының тамаша залы туп-тулы булды, ауыл халҡы концерт ҡарап, урындағы артистарыбыҙҙы алҡышлап, ял итеп ултырҙы. Байрамды Ҡотлоюл башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнур Хөснуллина алып барҙы.

Ҡотлоюл ауылы бәләкәй генә булһа ла, уның халҡы үҙҙәренсә ансамблдәр ойоштороп, бейеүҙәр һалып, концерт ҡуйып, күңел асып йәшәп ята. Концертты клуб мөдире Зарима Боҫҡанова гүзәл заттарыбыҙҙы ҡотлап тамамлап ҡуйҙы. 8 Март байрамы ғына түгел, бөтә байрамдар ҙа үткәрелеп тора ауылыбыҙҙа. Килегеҙ киләһе байрамға, бергәләшеп күңел асырбыҙ.

Розалина ИБРАҺИМОВА

Ҡотлоюл ауылы

Автор фотоһы
Читайте нас: